Ул бер нисә мөһим ҡушымталарҙы — «Алға» транспортта йөрөү, мәктәптә туҡланыу һәм СКУД системаһын үҙ эсенә аласаҡ. Һуңғыһы ата-әсәләрҙе балаларының мәктәпкә килеүе, унан ҡайтырға сығыуы тураһында SMS аша хәбәрҙар итәсәк. Карта ярҙамында ата-әсәләр баланың мәктәпкә йөрөшөн контролдә тотоуҙан тыш уның күпме аҡсаһын сарыфлауы тураһында ла мәғлүмәткә эйә буласаҡ һәм кәрәк осраҡта балансты тултыра аласаҡ.