+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Сентябрь 2019, 18:48

Төҙөлөш тә, төҙөкләндереү ҙә бара

Тупаҡ белем усағының балалар баҡсаһы урынлашҡан өлөшө бәләкәстәрҙе ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер.

Тупаҡ белем усағының балалар баҡсаһы урынлашҡан өлөшө бәләкәстәрҙе ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер. Хәҙер мәктәптә ҡайһы бер класс бүлмәләренә ишектәр ҡуйыу, биҙәү кеүек эштәр ҡалды. Мәктәпкә аҙыҡ-түлек блогы өсөн ҡоролмалар килтерелгән, улар урын-еренә ҡуйылған. Әле кластарға кәрәкле бөтә мебель ҡайтарылған, бүлмәләр әҙер булыу менән уларҙы йыйыуға тотонасаҡтар. Мәктәп алды биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре киң ҡолас алды. Асфальт менән көпләнәсәк майҙанға асфальттың икенсе ҡатын түшәй башланылар. Спорт майҙансығында лы эш гөрләй — төрлө ҡоролмалар ҡуйыла, тейешле урынға йомшаҡ резина япма һалына, йүгереү өсөн билдәләнгән юлдарҙы кирбес төҫөндә япма менән ҡаплай башланылар.
Читайте нас: