Яңы уҡыу йылынан республикала мәктәптәр биш көнлөк уҡыуға күсте. Яңы режимға күсеү ҡыйылыҡтар тыуҙырманымы, уның өҫтөлөктәре нимәлә — район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы Рәхимова ошо һорауҙарға яуап бирҙе.
— Уҙған уҡыу йылының дүртенсе сирегенән башланғыс кластарҙы биш көнлөк уҡыуға күсереү беҙгә һәм, ғөмүмән, бөтә мәктәптәргә, байтаҡ тәжрибә тупларға мөмкинлек бирҙе һәм сентябрҙән тулыһынса был режимға күсеүгә, уҡытыу системаһына индереләсәк үҙгәрештәргә әҙер инек. Ауыл мәктәптәрендә биш көнлөккә күсеү процедураһының ауырлығы бөтөнләй һиҙелмәне. Район үҙәгендәге белем усаҡтарында ғына бер әҙерәк ҡыйынлыҡтар килеп тыуҙы. 1-се Асҡар мәктәбендә лә, Т. Кусимов исемендәге гимназияла ла уҡыусылар һаны ҙур. Уҡыу кабинеттары етешмәү сәбәпле, уҡытыу ике сменала ойошторолған был белем усаҡтарында биш көнлөк уҡыуға күсеү санпинға ярашлы үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итте. Гимназияла уҡыу иртәнге 8 сәғәт 15 минутта башлана, ике мәктәптә лә дәрестәрҙең оҙайлығы 40 минутҡа ҡалдырылды.
Яңы режимдың төп өҫтөнлөгө — уҡыусыларҙың ялы бер көнгә күбәйҙе. Әммә элек шәмбегә тура килгән сәғәттәрҙе башҡа уҡыу көндәренә күсереү бер ни тиклем көсөргәнеште арттырҙы. Юғары кластарҙа уҡыу ҡайһы бер көндәрҙә 7-шәр дәрестән тура килә. Ошо рәүешле дәрестәрҙе кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа тырыштыҡ. Төп предметтар буйынса сәғәттәр һаны, шул иҫәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре, элеккесә ҡалды. Физкультура дәрестәре аҙнаһына берәр сәғәткә ҡыҫҡартылһа ла, улар юғалмай — төштән һуң уҙасаҡ кластан тыш эшмәкәрлеккә күсерелде. Рәсем һәм музыка дәрестәре 0,5 сәғәткә ҡалдырылды, йәғни улар аҙна аша уҡытыласаҡ. Дәрестәр теҙмәһе тәғәйен нормалар буйынса төҙөлә һәм раҫлана, уҡыусыларҙың арыуын иҫәпкә алып, аҙаҡҡы сәғәттәргә еңелсә дисциплиналар ҡалдырыла.
Яңыса уҡыу уҡыусыларҙың көн дауамында ҡалған ваҡытын файҙалы һәм маҡсатлы үткәреүҙе лә күҙ уңында тота. Уға ярашлы дәрестән тыш эшмәкәрлек сәғәттәре барлыҡҡа килә. Был сәғәттәр балаларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, эҙләнеү һәм проект эштәрен башҡарыуға йүнәлтеләсәк.
Бөтә мәктәптәрҙә лә биш йүнәлеш буйынса: спорт-сәләмәтләндереү, рухи-әхлаҡи, социаль, интеллектуаль, мәҙәни түңәрәктәр эшләйәсәк. Уҡыусылар үҙҙәренең теләге, ҡыҙыҡһыныуы буйынса күңеленә ятҡанын һайлау мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, ағымдағы уҡыу йылынан барлыҡ белем усаҡтарында ла мотлаҡ рәүештә шахмат түңәрәктәре ойошторолдо. Уның буйынса уҡытыусылар курс үтте. Икенсе ауылдарҙан, Асҡарҙа биҫтәләрҙән йөрөп уҡыусы балаларҙы мәктәпкә төштән һуң илтеү мәсьәләһен һәр белем усағы үҙ аллы хәл итә. Мәктәптәрҙең транспорт сараһы бар, бензин етерлек күләмдә бүленә.
Уҡыусыларҙы туҡландырыуға килгәндә, тәү сиратта ашханаларҙың аутсорсинг системаһынан мәктәптәргә кире ҡайтарылыуын әйтеп үтке килә. Сөнки сифаттың түбән булыуы һәм хаҡтарҙың ҡиммәтлеге менән ул үҙен аҡламаны. Мәғариф бүлегенең технологы бар, өҫтән берҙәм меню төшөрөлдө, ләкин ҡәтғи рәүештә уның буйынса ашатыуҙы ойоштороу ауыл ерендә мөмкин түгел, туҡланыу көнөнә 70 һумдан тура киләсәк. Ә беҙҙең мәктәптәрҙә ашатыу уртаса 13–14 һумға төшә.
Шәмбе көнөндә лә мәктәптәр эшләйәсәк. Айына бер тапҡыр бөтә мәктәп ҡатнаш-лығында тематик саралар үткәреү күҙаллана. Бынан тыш, уҡытыусылар был көндә һәләтле балалар һәм уҡыу ҡыйыныраҡ бирелгән уҡыусылар менән айырым шөғөлләнеү, консультациялар үткәреү мөмкинлегенә эйә. Уҡытыусыларҙың семинарҙары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ойошторған район күләмендәге конкурс-фестивалдәр, спорт ярыштары, олимпиадалар ҙа шәмбе көндәренә планлаштырыласаҡ. Берҙән, дәрестәр юғалмаясаҡ, икенсенән, уҡыусыларҙың дәрестәрҙе ҡалдырыуына юл ҡуйылмаясаҡ. Каникулдар иһә элеккесә ҡала, модуль системаһы буйынса шөғөлләнгән 1-се Асҡар урта мәктәбенән тыш, ҡалған белем усаҡтары сирекләп уҡый.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА яҙып алды.