-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Сентябрь 2019, 13:49

Эшендә хөрмәт ҡаҙанып, ғаиләһендә бәхеткә сорналып

Тирә-яҡҡа нур сәсеп, халыҡҡа хеҙмәт иткән уҡытыусылдар аҙ түгел беҙҙә. Шуларҙың береһе — Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы З. Н. Щеклеева.

Тирә-яҡҡа нур сәсеп, халыҡҡа хеҙмәт иткән уҡытыусылдар аҙ түгел беҙҙә. Шуларҙың береһе — Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы З. Н. Щеклеева.

Асҡар ауылында ғүмер кисергән Нуретдин һәм Ҡаҙиса Фәйезовтарҙың алты бала үҫкән ғаиләһендә буй еткерә Зөлфирә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Магнитогорск педучилищеһына уҡырға инә. Ҡулына башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Сибай ҡалаһына уҡытырға ебәрелә. Тейешле өс йыл ҡала балаларын уҡытҡандан һуң, Асҡарға эшкә ҡайта.Был Асҡарҙағы икенсе һанлы мәктәп тәү башлап асылыр йыл була. Төҙөлөш мәшәҡәте, уҡытыуҙы башлап ойоштороу яңы белем усағының тәүге директоры Р. Р. Садиҡов иңенә ята. Етәксе һәр эштә коллективҡа таяна һәм берлектә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығалар.

— Был осорҙа ата-әсәләр, өлкән кластар уҡыусыларының ярҙамы ҙур булды, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы.

Дүрт йылдан уҡыу йортона гимназия статусы бирелә, 2001 йылдан ул легендар шәхес, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов исемен йөрөтә.

Бөгөн Зөлфирә Щеклеева райондың иң тәжрибәле, көслө уҡытыусыларының береһе һанала. Шуға ла һәр ата-әсә балаһын нәҡ Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы ҡулына бирергә ынтыла, уның класында 30-ҙан кәм бала уҡымай. Башланғыс белемде тәжрибәле педагогта алған балалар артабан да яҡшы уҡыуҙары, тәртипле булыуҙары менән алдыра, спорт ярыштарында ла һынатмай улар.

Бөгөн гимназияла уҡырға теләгән балалар һанының артҡандан-арта барыуы ла был уҡыу йортонда үҙ эшенең оҫталары эшләүгә бәйле. Уҡытыусылар коллективының татыу, берҙәм булыуында 17 йыл уҡыу бүлеген етәкләгән З. Н. Щеклееваның да өлөшө ҙур. Ата-әсәләр ҙә Зөлфирә Нуретдин ҡыҙының эшен юғары баһалай, уны хөрмәт итә.

— Балаларҙы рәнйетергә ярамай, уларҙы маҡтап, дәртләндереп торһаң, күңелдәре күтәрелә, яҡшыраҡ уҡырға, тәртипле булырға тырышалар. Шул уҡ ваҡытта уларға талапсан булыу ҙа мөһим, — тигән фекерҙә әңгәмәсем.

Бөгөн интернет заманында, әлбиттә, балалар күп ваҡытын төрлө селтәрҙә үткәрә.

Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы фекеренсә, балаһының күңеле саф һәм нурлы булыуын теләгән һәр ата-әсә өйөндә күренекле шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тоторға тейеш һәм уларҙы ул-ҡыҙҙары менән бергә уҡыуы тағы ла яҡшыраҡ.

Өлгөлө ғүмер кисереүе менән дә башҡаларға үрнәк ул. Тормош иптәше Виктор Петрович менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдарына һәр эштә арҡа терәр таяныс ата-әсә, ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай-өләсәй ҙә улар.

Бөгөн гимназияла бер меңгә яҡын уҡыусы белем ала. Мәктәптең әлеге етәксеһе Р. Н. Әхмәтовтың эштә янып торған, дәртле, һәләтле завучтар менән эшләүе һөҙөмтәһендә коллективты яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәренә, ауыр-лыҡтарҙы еңеп сығырына ата-әсәләр ышаныс менән ҡарай.

Мәҙинә ЯҠУПОВА.


Читайте нас: