Бала сағында Асҡарға килгәнендә «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы янынан үтеүе уның күңелендә ғүмерлеккә онотолмаҫ сағыу тәьҫораттар ҡалдыра. Балҡып ултырған баҡсаға һоҡланып: «Их, ошонда эшләһәң ине икән!» — тип уйлай ул. Теләге Алланың: «Амин!» тигән сағына тура килә Үтәгән ҡыҙының.
Мәктәпте бөткәс, яҙмыш уны икенсе һуҡмаҡтан әйҙәй, тегенселәр курсына уҡырға инә. Ләкин йәшләй генә тормошҡа сығыуы, йәштәрҙең Асҡарға килеп төпләнеүе И. Б. Йәнбирҙинаны, осраҡлымы-юҡмы, «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһына алып килә. 1997 йылда кухня хеҙмәткәре булып эш башлай. Бер-бер артлы донъяға килгән улдары менән декрет ялында ултырған ваҡытта Магнитогорск педколледжында уҡып, тәрбиәсе дипломын ала. Ул мәлдәге баҡса мөдире З. Х. Лотфуллина эшкә сыҡҡас, уны тәрбиәсе итеп күсерә.
Илсиә Батыр ҡыҙының дөйөм хеҙмәт стажы 23 йыл тәшкил итһә, шуның 15 йылын педагогик эшкә бағышлаған. Ситтән тороп һөнәре буйынса юғары белем дә алған ул. Бынан бер нисә йыл элек район үҙәгендә балалар баҡсаларында урындар етешмәү сәбәпле, ике мәктәп базаһында ла мәктәпкәсә төркөмдәр асылғас, И. Б. Йәнбирҙина 1-се Асҡар урта мәктәбе ҡарамағындағы баҡса төркөмдәренә мөдир итеп тәғәйенләнә. Урын ҡытлығы бөткәнсе дүрт йыл етәксе вазифаһында эшләй һәм киренән «Ҡайынҡай»ға тәрбиәсе булып ҡайта.
— Балаларҙы яратам. Беҙҙең эштә бала һөймәгән кеше юҡтыр ул, ғөмүмән. Яңынан тәрбиәсе булып килеүем дә һөнәремә тоғролоҡтан, — ти тәрбиәсе. — Балаларҙың эскерһеҙ яратыуын, ата-әсәләрҙең хөрмәтен тойоу эшемде тағы ла тырышып башҡарырға дәртләндерә.
Беҙ, ата-әсәләр, бәләкәстәребеҙҙе уның ҡулына ышанып тапшырып, тыныс күңел менән эшкә китәбеҙ. Илсиә Батыр ҡыҙы көн һайын йылмайып ҡаршы ала, көйһөҙләнгән, илаған кескәйҙәр ҙә уның йылы мөғәмәләһенән тиҙ тыныслана. Ихласлығы, балалар менән уртаҡ тел таба белеүе, тауыш күтәрмәүе менән бәләкәстәр күңеленә юл яра ул.
Баҡсаға йөрөй башлағанда бәпәй генә булған балаларыбыҙ быйыл өлкән төркөмгә лә килеп етте. Төркөмдә 32 бала. Ошо ваҡыт арауығында бәләкәстәребеҙ ҡалаҡ тотоуҙан башлап күп нәмәгә — матур һүрәттәр төшөрөргә, пластилиндан һындар әүәләргә, һанарға, фекерләргә, тасуирлап һөйләргә өйрәнделәр, телмәрҙәре үҫеште. Мәктәптә уҡып китеүе ауыр булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, уларҙың үҫешендә бөтә баҡса хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө ҙур, уларҙың һәммәһенә лә рәхмәтлебеҙ. Шулай ҙа Тәрбиәсе көнөндә үҙебеҙҙең төркөм тәрбиәсеһе Илсиә Йәнбирҙина тураһында айырым һүҙ алырға йөрьәт иттек. Уға тынғыһыҙ эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Ата-әсәләр исеменән Айгөл САФИНА.