+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2019, 11:46

«Тәрбиәсе бөтә һөнәрҙәргә лә баш...»

Р. Х. Асҡарова булмышы менән ижад кешеһе. Ул — рәссам, скульптор, артист, дизайнер, тегенсе һәм бәләкәстәрҙә ижади башланғыстарҙы үҫтереүсе остаз.

— Тәрбиәсе тигән һөнәр була икән тигән уй ете ятып, бер төшөмә ингәне булманы. Уҡытыусы булырға хыялландым. Пединституттың әҙәбиәт факультетына уҡырға инә алмағас, шунда уҡ педучилищеға саҡырғайнылар, баш тартманым. Башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡып сығайым да, аҙаҡ ҡабат институтҡа һынау тотормон, тип уҡып киттем. Лекцияларҙа уҡыусы, мәктәп тигән бер һүҙ юҡ, фәҡәт кескәйҙәр тураһында һөйләйҙәр. Ярты йыл самаһы уҙғас, бер курсташымдан: «Ҡасан уҡытыуға өйрәтә башларҙар икән?» — тип һорағайным, «Беҙ — буласаҡ тәрбиәселәр», — тигән яуаптан ултыра төштөм. Ундай ҙа һөнәр була икән! «Юҡ, бында бер көн дә ҡалмайым!» — тип илай-сәсәй документтарымды алырға деканатҡа йүгерҙем, — бынан 40 йылдан ашыу элек булған ваҡиғаны йылмайып иҫкә ала Дәүләт ауылының «Тылсым» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсимә Асҡарова.

Балалар баҡсаһы, кескәйҙәр менән эшләү тураһында ишеткеһе лә килмәй Рәсимәнең. Ниндәйҙер ят һөнәргә уҡыу уны уҡытыусы булыу хыялынан алыҫлаштыра бит! Деканатта яҡшы өлгәшкән студент менән тиҙ генә хушлашырға теләмәй-ҙәр. Зырлап илаған ҡыҙ ҡара-рының сәбәбен аңлатҡас, берсә көлөп, берсә йыуатып, уны ҡалдырыу сараһын күрәләр. Һәйбәт уҡығаны өсөн 30 һум дәртләндереү стипендияһы яҙа-лар.

— Тинен дә сарыфламай әсәйемә алып ҡайттым. Иртә тол ҡалып, алты баланы яңғыҙ үҫтергән әсәйем ныҡ ҡыуанды. Зарымды тыңлағас: «Йөрәгем менән һиҙәм, яҡшы һөнәрҙер ул, уҡы, балам», — тине. Яҙмышыма күнеп, уҡыуымды дауам иттем, — ти Рәсимә Хәлил ҡыҙы.

1980 йылда 2-се һанлы Магнитогорск педагогия училищеһы дипломын алған бер төркөм йәш тәрбиәселәр йүнәлтмә буйынса Верхнеурал районына ебәрелә. Мәғариф бүлегендә ҡыҙҙарҙы теге йәки был ауылға тәрбиәсе итеп тәғәйенләйҙәр. Рәсимәнең исеме генә яңғырамай. Иң аҙаҡта уның Ивановский ҡасабаһына баҡса мөдире итеп ебәрелеүен әйтәләр. Тиҫтерҙәренән етдилеге менән айырылып торған, үткер белгескә бағланған өмөт аҡлана, мордва халҡы йәшәгән ауылда Рәсимә Хәлил ҡыҙы үҙен булдыҡлы етәксе итеп таныта. Өс йыл эшләгәс, үҙебеҙҙең райондан дуҫлашып йөрөгән егете менән сәстәрен-сәскә бәйләп, Дәүләткә ҡайтып төпләнәләр.

Уҡытыусы булыу тураһындағы хыялы тормошҡа ашмай. Ауылда һөнәре буйынса ла эш булмай сыға. Ҡайҙа эш тәҡдим итәләр, шунда ең һыҙғана. Улына ярты йәш тигәндә почта бүлексәһенә мөдир булып килә. Өлкән ҡыҙы менән дә декрет ялында оҙаҡ ултырмай, хужалыҡ тауарҙары магазинына һатыусы булып урынлаша. Байтаҡ ваҡыттан, кинйә ҡыҙы йәш ярымлыҡ булғас, ярты ставкаға балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп алалар.

— 90-сы йылдар башында тормош ауыр булды. Бөтә ерҙә лә билдәһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ хөкөм һөрҙө. Төшөнкөлөккә бирелмәй, әҙ генә эш хаҡына риза булып, тырышып эшләнем. 1993 йылда Дәүләттә яңы балалар баҡсаһы асылғас, мине тулы штатҡа алдылар, төркөм бирҙеләр. Шунан алып тәрбиәсемен, — тип хеҙмәт биографияһын бер тында һөйләп бирҙе Р. Асҡарова.

Эшен бөтә күңелен һалып башҡара Рәсимә Хәлил ҡыҙы. Шулай булмаһа, 33 йыл ғүмерен мәктәпкәсә тәрбиә биреүгә арнар инеме кеше?! Һөнәри оҫталығын камиллаштырыу ниәтендә төрлө бәйгеләрҙә көс һынай, 1996 йылда «Йыл тәрбиәсеһе» район конкурсында ҡатнашып, 4-се урынға лайыҡ була, Красная Башкирия КМО-һы тәрбиәселәре командаһы составында «Эврика» уйынында район буйынса өсөнсө урын яулауға үҙ өлөшөн индерә. «Тылсым» балалар баҡсаһы юлына саң ҡундырмауына ла 28 йыл хәҙер. Хаҡлы ял йәшен күптән тул-тырһа ла, һаман кескәйҙәр менән эшләүен дауам итә, йәш коллегаларына бай хеҙмәт тәжрибәһен өләшә. Тәрбиәсе нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле менән ғүмер буйы бала булып ҡалырға тейеш тип иҫәпләй ул. Эшкә гелән яҡшы кәйефтә килеү — уның хеҙмәт принцибы. Һиҙгер балалар күңелен яһалма йылмайыу менән алдап булмай шул. Кәрәк саҡта ҡатылыҡ та урынлы. Оҙаҡ йылдар балалар менән эшләү уны һөнәренең оҫтаһы итеп әүәләгән.

Рәсимә Хәлил ҡыҙы педагогика буйынса тәрән белемгә эйә, методик яҡтан да яҡшы ҡоралланған белгес, яҡшы практик. Күп уҡый, уларҙы эшендә ҡуллана. Элегерәк һөнәри матбуғат баҫмаларын күпләп алдырһа, хәҙер интернет селтәре менән файҙалана. Сит илдәрҙең мәғариф ҡоролошо тураһында уҡырға ярата, үҙебеҙҙеке менән сағыштыра, аналитик фекерләүе менән Рәсәйҙең белем биреү системаһында буласаҡ үҙгәрештәр, яңылыҡтар тураһында алдан тойомлай. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һәм талаптарына ярашлы итеп ҡоролған эшендә, тәҡдим ителгән методик әсбаптарҙы төплө өйрәнеп, иң ҡулайлыларын ғына һайлай, төбәк компонентына етди иғтибар бүлә. Йылдар дауамында үҙе йыйған материалдарҙы методик ҡулланмалар итеп туплау менән әүҙем шөғөлләнә. Ул әҙерләгән тәбиғәтте өйрәнеү буйынса ҡулланма менән башҡа тәрбиәселәр ҙә файҙалана. Әлеге ваҡытта математика буйынса шундай уҡ йыйынтыҡ төҙөү менән мәшғүл.

— Һәр замандың — үҙ заңы. Федераль белем биреү стандарттарын һис яманламайым. Яҡшы яҡтары ла бар. Үҙ фекере булған, үҙаллы заман шәхесен тәрбиәләү, һәләтле балаларҙы үҫтереү бер ҙә насар түгел, — ти заман менән бергә атлаған тәрбиәсе.

Рәсимә Хәлил ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре төрлө кон-курстарҙа әүҙем ҡатнаша. Бы-йылғы сығарылышынан Әмин Йәнбирҙин «Һәләтле бала», Алтынай Ишморатова менән Юлиә Мәзитова «Гүзәлкәй» район бәйгеләрендә призлы урындар яулаған. КМО эсендә үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә лә уңышлы сығыш яһағандар. Ата-әсәләр ризалығы менән «Гагарин кубогы» олимпиадаларында, башҡа интернет-конкурстарҙа ҡатнашҡандар. Кисәге тәрбиәләнеүселәренең мәктәптә лә яҡшы уҡыясағына, һәләттәрен күрһәтәсәктәренә тәрбиәсенең ышанысы нигеҙле.

Р. Х. Асҡарова булмышы менән ижад кешеһе. Ул — рәссам, скульптор, артист, дизайнер, тегенсе һәм бәләкәстәрҙә ижади башланғыстарҙы үҫтереүсе остаз. Төркөм бүлмәһенең ҡупшылығы, миҙгелгә ярашлы итеп биҙәлеше, ҡулдан яһалған ҡулланма материалдар — барыһы ла уның оҫта ҡулдары менән булдырылған. Баҡсала үткән иртәлектәр тамашаларында бер ҡасан да ролһеҙ ҡалмай. Эше күптән инде тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Хатта бер-бер артлы улын һәм ҡыҙын юғалтҡанда ла, бөтә ҡайғы-хәсрәтен эшенә баҫҡан.

— Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң — шул буласаҡ. Бөгөн мин тәрбиәсе бөтә һөнәрҙәргә лә баш тип ышаныслы әйтәм. Буласаҡ уҡытыу-сы, табип, компьютер белгесе, инженер, төҙөүсе, шофер, космонавт һәм башҡа-башҡалар — барыһы ла ҙур донъяға ишекте тәү башлап тәрбиәсе менән аса, — ти ул.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: