+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 12:06

Берҙәмлектәре менән көслөләр

Ҡаҙмаш урта мәктәбенең филиалы булған Рысҡужа башланғыс мәктәбе һуңғы өс йыл рәттән район уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә уҡытыу-тәрбиә эштәрен яҡшы ойошторған өсөн еңеүселәр рәтендә билдәләнеп килә. Бәләкәй генә мәктәптең уңыш сере — уҡытыусыларҙың берҙәмлегендә.

Педколлективта дүрт уҡытыусы. Дүртеһе лә үҙ эшенең оҫтаһы — юғары һәм беренсе категориялы остаздар. Сирек быуатлыҡ педагогик стажға эйә БР-ҙың мәғариф алдынғыһы А. И. Мөхәмәтова 21 йыл мәктәп менән етәкселек итә. Ш. Б. Һибәтованың стажы — 30, Р. З. Моста-финаныҡы 22 йыл. Араларында иң йәше булған Г. Р. Басированың да иңдәрендә 16 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе ята.

Тотороҡло коллектив бер һүҙҙән булып белем усағын алға әйҙәүгә бөтә көсөн һала. Нисекме? Бөтә эштәрҙә лә уҡытыусылар йөктө тигеҙ тарта: мәктәптә ниндәйҙер сара үткәрелә икән, бергәләп байрам сценарийы яҙалар, уны ойоштороу мәсьәләһендә лә һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән яуаплы бурысты теүәл башҡара, уҡыу алдынғыларын, һәләтле балаларҙы олимпиада һәм конкурстарға әҙерләүҙә лә уҡыусыларҙы «һинеке-минеке»гә бүлмәйҙәр. Уҡытыу эшендә лә мәктәптең дөйөм күрһәткестәрен яҡшыртыуға тос өлөш индерәләр.

Шуға ла Рысҡужа уҡыусылары «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә уҡый, өлгәш сифаты буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәктәптең техник яҡтан тәьмин ителеше заман менән бер ҡатарҙан атларға мөмкинлектәр аса. Интерактив таҡта, проектор булыуы уҡытыуҙы федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы итеп ҡорорға булышлыҡ итә. Йыл һайын иң яҡшы белем биреү учреждениелары иҫәбенә сығыуҙары өсөн мәғариф бүлеге тарафынан уҡытыу процесында кәрәкле ҡиммәтле техникалар менән бүләкләүҙәре лә мәктәптең матди-техник базаһын байытыуға өлөш индерә.

Мәктәптә 42 бала белем ала. Быйыл 9 уҡыусы 4-се класты тамамлап, артабан Ҡаҙмаш урта мәктәбенә китһә, беренсегә 13 бала килгән.

— Алдағы биш йылға перспектив план төҙөгәнбеҙ. Ошо арауыҡта уҡыусылар һаны кәмемәйәсәк, тип көтөлә. Мәҫәлән, ағымдағы уҡыу йылында 11 уҡыусыны сығарырға йыйынһаҡ, киләһе йылда улар урынына 14 кескәй уҡыусы киләсәк, — ти Айгөл Ишбулды ҡыҙы.

Бәләкәй генә мәктәптең район кимәлендәге ҡаҙаныштары күп. Йыл һайын өсөнсө кластар араһында үткәрелгән белем смотрында һәм дүртен-селәрҙең олимпиадаһында призлы урын яулайҙар. Үткән уҡыу йылында Ҡаҙмаш урта мәктәбе 16 призлы урын яулаһа, шуларҙың дүртәүһе рысҡужаларҙыҡы. Белем смотрында Айзилә Зыяева рус теленән яҡшы һөҙөмтә күрһәтһә, дүртенселәрҙән Ильяс Мөхәмәтов, Гөлназ Зыяева башҡорт һәм рус телдәренән, Аделина Мостафина тирә-яҡты өйрәнеү фәненән еңеү килтергән.

Фәнни эҙәрмәнлек эштәре менән йылдың-йылы бәләкәй фәндәр академияһының дипломдарына лайыҡ булып торалар. Былтыр Ильяс Мөхәмәтов «Совенок — 2018» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы лауреаты булған. Ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә рысҡужалар беренсе урынды ҡулдан ысҡындырмай. Әкиәткә ышанған саф күңелле балалар изге, мәрхәмәтле булып үҫә. Бына улар мәктәп ғорурлығы булған әкиәт һөйләү оҫталары — Әлиә Йәнбирҙина, Лена Асҡарова, Лилиә Мөхәмәтова, Ләйсән Һибәтова, Сафия Сафиуллина. Һәр яҡтан да һәләтле уҡыусыларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Йыр-моң һөйөүселәр «Яҙғы тамсылар»ҙа, ҡул эштәренә, һүҙ оҫталығына маһирҙар төрлө ижади конкурстарҙа таланттарын шымарта.

Уҡыусыларҙы яңы бейеклектәргә дәртләндереп торған даими премиялары ла бар белем усағының. Оҙаҡ йылдар район мәғариф бүлеген етәкләгән ауылдаштары В. Ә. Зәйнуллин йыл һайын 1 сентябрҙә иң яҡшы уҡыусыға шәхси премияһын тапшырып килә. Быйыл уға уҡыу алдынғыһы Айзилә Зыяева лайыҡ булған. «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһында иһә мәғариф ветерандары Р. Х. Яҡупов иң яҡшы спортсыға, С. Ә. Ихсанова мәктәпте гел «бишле» билдәләренә тамамлаған сығарылыш класс уҡыусыһына үҙҙәренең исемле премияһын тапшыра.

16 йыл элек сафҡа ингән башланғыс мәктәп бинаһы бөгөн дә өр-яңы белем усағы булып ялт итеп тора. Мәктәпте матур, тәрбиәле итеп тотоуҙа техник хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, ремонт эштәрен башҡарыуҙа ярҙам күрһәткән ата-әсәләрҙең дә өлөшө бар. Ғөмүмән, мәктәп һәм ата-әсәләр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Йыйылыштарҙа күҙмә-күҙ осрашып төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индерһәләр, «Бәйләнеш»тә сайтында булдырған төркөмдәре, һәр кластың мессенджерҙағы чаты аша көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итәләр.

Мәктәп ихатаһының, тәҙрә төптәренең гөл-сәскәгә күмелеүендә уҡыусыларҙың тырышлығы сағыла. Тәрбиә эшендә балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар көсө менән мәктәп яны баҡсаһында мул уңыш үҫтереп алына. Кишер, сөгөлдөр, картуфты һатып, мәктәптең кәрәк-яраҡ йомоштары өсөн бер аҙ аҡса ла эшләйҙәр.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: