Республика Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия тарафынан ойошторолоп, 12 сентябрҙән 8 октябргәсә дауам иткән «Мостай уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли корнференцияһында ҡатнашыуға республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән мәктәп уҡыусылары, студенттар, педагогтар һәм ата-әсәләрҙән дүрт номинация буйынса 742 эш ҡабул ителгән. Шулар араһында Әбйәлилдән өс уҡыусы финалға үтеп, барыһы ла призер булды. Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Алһыу Рәхимова менән Рушана Хисаметдинова (етәксеһе А. Р. Муллахмәтова) – II, Ишбулды урта мәктәбенән Фидан Хәлисов (М. Ғ. Хәйбуллина) III урын яуланы. Афарин!