+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2019, 11:08

Һанлы технологияларға өҫтөнлөк бирелә

Ташбулат, Амангилде мәктәптәрендә һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияла «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре асылды.

«Мәғариф» милли проекты тураһында һөйләп, мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов, районда «Заманса мәктәп», «Һанлы мәғариф мөхите», «Һәр баланың уңышы» кеүек проекттар тормошҡа ашырыла тип белдерҙе. «Тәүге йүнәлеш буйынса Ташбулат, Амангилде мәктәптәрендә һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияла «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре асылды. Улар информатика, технология һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса эш башланы, — тине етәксе. — Ошо уҡ проект эсендә «Ауыл мәктәптәрен газификациялау» йүнәлеше бар һәм ул Рәхмәт мәктәбенә газ индереүгә булышлыҡ итәсәк. Икенсе проект сиктәрендә һанлы ҡоролма менән йыһазландырылған кабинет асылды, ә өсөнсөһө Рауил мәктәбенең спорт залын ремонтларға булышлыҡ итте».

Читайте нас: