+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь 2019, 11:50

Грант эшен — «бишле»гә!

Мәғлүм булыуынса былтыр район инвалидтар йәмғиәтенең «Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе компьютер грамотаһына өйрәтеү» проекты 486 мең һумлыҡ РФ Президенты грантына лайыҡ булды.

Мәғлүм булыуынса былтыр район инвалидтар йәмғиәтенең «Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе компьютер грамотаһына өйрәтеү» проекты 486 мең һумлыҡ РФ Президенты грантына лайыҡ булды. Һәм ул 1 февралдән октябрь аҙағына тиклем тиклем тормошҡа ашырылды. Был ваҡыт арауығында 80-дән ашыу кеше компьютерҙа эшләү нигеҙҙәрен үҙләштерҙе, дәрестәрҙе 1-се Асҡар мәктәбенең һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияның информатика уҡытыусылары Г. Р. Насирова менән И. А. Сәйетғәлин алып барҙы. Проект маҡсатына ирештеме? Район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары кабинетында ойошторолған «түңәрәк өҫтәл» артында грант эшенә йомғаҡ яһалды.
Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, проекттың етәксеһе Н. В. Әҡсәнова бынан бер нисә йыл элек Пенсия фонды идаралығы менән берлектә башлыса оло йәштәге, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандарҙы компьютер нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса башланған эш башланғыс этабында уҡ уңышһыҙлыҡҡа осрауы тураһында юҡҡа ғына иҫкә алманы. Фәҡәт энтузиазмға ғына арҡаланып эште атҡарыу мөмкин булмауын аңлағас, финанс сығанаҡтар эҙләү Нәсимә Вәйес ҡыҙын Президент грантына конкурста ҡатнашырға этәрә.
Проект 84 кешене заман техникаһы менән эшләргә өйрәтергә мөмкинлек биргән. Бер кешегә бүленгән 15 сәғәтлек уҡыу программаһы үҙ эсенә компьютерҙы ҡабыҙыуҙан башлап, уның иң ябай программаларын үҙләштереүҙе һәм интернет селтәре ярҙамында дәүләт хеҙмәттәре порталы менән файҙаланырға, өйҙән табипҡа яҙылырға, коммуналь түләмдәр башҡарырға өйрәтеүҙе, социаль селтәрҙәрҙә теркәлеүҙе алған.
— Уҡытыу ойоштороласағын иғлан иткәс тә, компьютерҙа өйрәнергә теләүселәрҙән бик күп ғаризалар ҡабул иттек. Төрлө йәштәге кешеләр проектты хуплап ҡаршыланы һәм барыһы ла дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөнө, — тине Нәсимә Вәйес ҡыҙы уҡытыусыларға рәхмәтле уҡыусыларының ҡыуанысын еткереп.
Гөлдәр Насирова һәм Ильяс Сәйетғәлин үҙенсәлекле категория граждандары менән эшләгәндә ейгән хеҙмәт тәжрибәләренең ҡайһы бер мәлдәренә туҡталды.
— Иң мөһиме — теләк. Теләк булһа, кешенең яңы белемдәр эстәүенә бер нәмә лә кәртә түгел. Сәләмәтлек хәле буйынса тиҫтерҙәре менән мәктәпкә йөрөмәй, ә өйҙә дистанцион рәүештә уҡырға мәжбүр булған ҡыҙыҡайҙың бөтә мәғлүмәтте аңына һеңдереүе, курс дауамында уға өсләтә күберәк белем эстәргә мөмкинселек бирҙе. Оло йәштәгеләр араһында ла компьютерҙы тиҙ үҙләштереүселәр юҡ түгел, — тине Гөлдәр Рәсих ҡыҙы.
Ильяс Алмас улы, үҙ сиратында, әгәр киләсәктә ошондай уҡ программалар була ҡалһа, төркөмдәрҙе йәш категориялары буйынса бүлергә, бәлки, кешеләр һанын кәметергә һәм шул иҫәпкә сәғәттәрҙе күбәйтергә кәрәктер, тигән тәҡдимен әйтте. Уҡытыусыларға үҙҙәренән күпкә олораҡ ағай-апайҙар менән эшләүе ҡыйын булмаған. «Беҙгә изге күңелле, алсаҡ уҡыусылар эләкте. Уларҙың тормошто яратыуы, ҡыҙыҡһыныусанлығы һоҡландырҙы, үҙебеҙгә йәшәү һабағы алдыҡ», — ти улар. Курс программаһы буйынса уҡытыу менән сикләнмәгән информатиктар. Ильяс Алмас улы боҙолған ноутбуктарын йүнәтеп биргән, Гөлдәр Рәсих ҡыҙы компьютерҙарға антивирус, программалар ҡуйып биргән.
Проект етәксеһе һәм уҡытыусылар йәйге ремонт мәле булыуға ҡарамаҫтан, дәрестәр өсөн уҡыу кабинеттары менән ярҙам иткән ауыл мәктәптәре директорҙарына, шулай уҡ бина бүлгән үҙәк район китапханаһы етәкселегенә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн уҡыуҙың мөһим булыуын аңлап ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә ҡатнашыусы Пенсия фонды идаралығы начальнигы С. С. Йомағужин пенсия тәғәйенләтеү учреждениеһына мөрәжәғәттәрҙең күпселеге дәүләт хеҙмәттәре аша ҡабул ителергә тейеш, тигән талап ҡуйылған заманда район инвалидтар йәмғиәте тарафынан ҙур эш атҡарылыуына ҡәнәғәт булыуын әйтте һәм курс үтеүселәргә алған белемдәрен һынап, компьютер грамотаһы буйынса республика, Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға тәҡдим итте.
Н. В. Әҡсәнова проект бер тапҡырға ғына иҫәпләнеүен, башҡаса был маҡсатта саралар бүленмәйәсәген аңлатып, компьютерҙа эшләргә өйрәтеүҙе артабан ирекмәндәр менән берлектә ойоштороу мөмкин булыуын билдәләне.
Район башлағының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ғ. Хәлилов проект йөҙ процентҡа маҡсатына иреште, уны атҡарып сығыусыларға «бишле» тип, грант эшен юғары баһаланы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Миңзәлә Кәримова, Асҡар ауылы, хаҡлы ялдағы логопед:
— Үҙем өсөн файҙалы тип һанаған күп нәмәләр үҙләштерҙем. Логопедия буйынса шәхси тәжрибәмде күптән китап итеп туплап сығарырға уйлап йөрөй инем. Компьютер менән эшләй белмәүем ниәтемде тормошҡа ашырыуға кәртә булып торҙо. Хәҙер уға тотонорлоҡ башланғыс белемем бар. Ләкин был ғына етмәйәсәк, шуға күрә курстарҙы артабан дауам итергә теләр инем.
Тәслимә Һиҙиәтова, Әбйәлил ауылы:
— Курстар шул тиклем оҡшаны! Проектты ойошторған инвалидтар йәмғиәтенә ҙур рәхмәт. Уҡытыусы — талант: төплө һәм ҡыҙыҡлы итеп аңлата, мөләйем, сабыр. Өйрәнгәндәремде онотоп ҡуймайым тип, ноутбук артында күберәк ултырырға тырышам.
Мөхәрләм Әғзәмов, Әүмеш ауылы:
— Тура мәғәнәһендә күҙҙәр асылды. Компьютерға ҡайһы яҡтан яҡынларға ла белмәй инем. Тик шуныһы үкенесле — беҙҙең ауылда интернет тотмай. Киләсәктә, бәлки, кабелле интернет булыр, тигән өмөттәмен. Өйрәнгәндәремдең тормошта файҙаһы тейер, тип ышанам.
Читайте нас: