+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь 2019, 12:03

"Киләсәккә билет" фестивале үтә

20 - 31 октябрҙә Өфөлә "Киләсәккә билет" фестивале үтә

РФ Президенты В. Путиндың инициативаһы менән Рәсәй Мәғариф министрлығы уҡыусыларға һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторған фестиваль илебеҙҙең төрлө ҡалаларында уҙғарылып килә. Уның сиктәрендә уҡыусылар төрлө һөнәр эйәләре менән осрашып, "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә ҡатнаша, яңыса технологияларҙың эш барышы менән таныша. Проект барышында балалар буласаҡ һөнәренең мөмкинлектәрен асыҡлап, үҙҙәре хаҡында һанлы портфолио төҙөй ала, профориентацион тесттар үтә.Федераль һәм төбәк эш биреүселәре 90-дан ашыу профессия буйынса практик дәрестәр әҙерләгән. 20-нән 31 октябргә тиклем баш ҡалала уҙғарыласаҡ фестивалдә лә 6 - 11-се кластар уҡыусылары күргәҙмә менән танышып, төп һәм кәрәкле тармаҡтарҙа эшләүсе предприятиелар вәкилдәре менән осрашасаҡ.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.

#владимирпутин

#билетвбудущее

#твоябудущаяпрофессия
Читайте нас: