“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль мониторинг төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышында был тармаҡ буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып барылғанын билдәләне.
“Быйыл ғына 20 балалар баҡсаһы һәм 20 мәктәп төҙөлә, – тине етәксе. – Мәғариф биналары төҙөү йәһәтенән бығаса ундай күләмдә эш алып барылғаны юҡ ине”.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров йәкшәмбе көн баш ҡалала һәм Өфө райондарында белем биреү объекттары төҙөлөшөн ҡараны.
Андрей Назаров эште тиҙләтергә ҡушты, балалар баҡсаһы бинаһын ваҡытында сафҡа индереү буйынса төҙөлөш өлкәһе етәкселәренең шәхси яуаплылығын билдәләне.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора