+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2019, 11:48

Гимназияның көмөш юбилейы

Ағымдағы уҡыу йылы Т. Кусимов исемендәге гимназия өсөн юбилейлы — Асҡарҙа икенсе белем усағы асылыуға 25 йыл.

Ағымдағы уҡыу йылы Т. Кусимов исемендәге гимназия өсөн юбилейлы — Асҡарҙа икенсе белем усағы асылыуға 25 йыл. Ошо айҡанлы гимназия үҙенең инеш башында тороусы ветеран уҡытыусыларын байрамға йыйҙы.

Гимназия 1994 йылда 2-се һанлы Асҡар урта мәктәбе булараҡ ишектәрен аса. 32 класс-комплект һанала. Директор вазифаһын Р. Р. Садиҡов башҡара, урынбаҫарҙар – уҡытыу эштәре буйынса Ә. М. Хәмзин, тәрбиә эштәре буйынса Г. В. Хәкимова, дәрестәр теҙмәһе төҙөү буйынса Ю. И. Әғзәмов, башланғыс кластар буйынса Л. С. Әхмәтҡужина була. 1998 йылдан белем усағы мәктәп-гимназия режимында эшләүгә күсә. Гимназия кластарын ойоштороуға директор В. Р. Таһиров һәм уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар Ә. Ғ. Әйүпова күп көс һала. БР Министрҙар кабинетының 2001 йылдың 16 ноябрендәге ҡарары менән мәктәпкә Советтар Союзы Геройы Т. Т. Кусимовтың исеме бирелә. 2002 йылдың 14 февралендә — батырҙың тыуған көнөндә — мәктәп гимназия статусын ала, был көн йыл һайын Гимназия көнө булараҡ билдәләнә.

Белем усағы асылғандан алып уның бөгөнгә тиклемге шаҡтай үҫешендә булдыҡлы директорҙар һәм уларҙың ҡулы аҫтында эшләгән коллективтың тырыш хеҙмәте сағыла. Төрлө йылдарҙа гимназияны Р. Р. Садиҡов, С. С. Йомағужин, В. Р. Таһиров, Ә. Ю. Афзалова, Н. З. Әхтәмова һәм бөгөн Р. Н. Әхмәтов етәкләй.

Сирек быуатлыҡ хеҙмәт дәүерендә Т. Т. Кусимов исемендәге гимназия районда ғына түгел, республика, ил кимәлендә мәғариф учреждениелары араһында гелән иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнеп килә. Еңеүҙәр араһында иң әһәмиәтлеләре: 2004 йылда «Мәктәп туҡланыуы буйынса иң яҡшы ойошма» республика конкурсы, 2006 йылда «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса грант, бер нисә йыл рәттән районда «Грамоталы мәктәп» номинацияһы, 2014 һәм 2015 йылдарҙа «Электрон мәктәп» республика форумдары. Ә шулай ҙа гимназияның төп ғорурлығы, даны — ул үҙ һөнәренә тоғро уҡытыусылар. Татыу коллективта 70 уҡытыусы фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Ун педагог РФ Президенты грантына лайыҡ. Бөгөн гимназияла 939 уҡыусы белем ала. Улар араһында төрлө конкурстар, олимпиадалар еңеүселәре бихисап. Уҡыуҙа һынатмаған ҡыҙҙар-малайҙар мәҙәни тормошта ла бик әүҙем. Ете йөҙгә яҡын бала түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.

Оҫта, телгә маһир алып барыусылар гимназияның үҫеш баҫҡыстарын барлап, ғорурлыҡ менән тарихын бәйән иткәс, ҡунаҡтарҙы директор Р. Н. Әхмәтов сәләмләне, хеҙмәт йылдарын мәғрифәт нуры сәсеүгә бағышлаған ветерандарға ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе.

— Хаҡлы ялда булыуығыҙға ҡарамаҫтан, гимназия һаман да һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙә йәшәүенә ышанысым камил. Һәр берегеҙ гимназиябыҙҙың данын арттырыуға үҙ өлөшөн индергән, районға, илгә кәрәкле шәхестәр үҫтергән, — тине Рамил Нурислам улы.

Район үҙәгендә 2-се һанлы мәктәп төҙөлгәс, бихисап энтузиаст уҡытыусылар хеҙмәт юлын өр-яңы биттән башлай. Һайлау еңелдән бирелмәй: бизмәндең ике яғында күнегелгән эш урыны һәм уҡыу йылы башланыуға һанаулы көндәр ҡалғанда ла төҙөлөш тамамланмаған мәктәп. Әммә яңылыҡҡа ынтылған, дәрт-дарманы ташып торған педагогтар китап-дәфтәрҙәрен ситкә һалып, ең һыҙғанып төҙөлөш эштәренә сума. Педагогик хеҙмәт ветерандары Л. С. Әхмәтҡужина, Г. В. Хәкимова шул мәшәҡәтле һәм күңелле осорға бәйле күңел йәдкәрҙәрен бәйән итте. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Ә. М. Хәмзин абруйлы һөнәрҙе һайлауы һәм ғүмеренең бер осорон нәҡ ошо гимназияға бәйләүе менән бәхетле булыуын әйтте. Бөгөн райондың Пенсия фонды идаралығын етәкләгән С. С. Йомағужин пенсиялағы элекке коллегалары менән һаман да бергә. Белем усағына етәкселек иткән йылдары хаҡында ул да онотолмаҫ хәтирәләр һаҡлауын белдерҙе һәм гимназия тигән исем йөрөтөүе генә лә уға башҡа мәктәптәрҙән бер башҡа юғарыраҡ тороу яуаплылығын һала, тип уңыштар теләне.

Тантанала ҡатнашыусылар аяғүрә баҫып, гимназия гимнын башҡарҙы. Ҡотлауҙар, хәтирәләр талантлы уҡыусылар әҙерләгән концерт менән аралашты.

Ветеран уҡытыусыларҙы артабан белем усағындағы яңы үҙгәрештәр менән таныштырҙылар. Ағымдағы йылда асылған «Таһир Кусимов эҙҙәре буйлап» мәктәп мәғлүмәти кабинет-музейын, «Заманса мәктәп» федераль проекты буйынса йыһазландырылған «Үҫеү нөктәһе» үҙәген күрһәттеләр. Ҡунаҡтар бигерәк тә белем усағына айырым ҡаҙанлыҡ төҙөп, бинаның йылыныуына һөйөнөс белдерҙе.

— Бындай шарттарҙа яҡшы уҡымау, юғары күрһәткестәргә өлгәшмәү яҙыҡ эш. Гимназистарға белем алыуҙа фәҡәт уңыштар теләйбеҙ. Таһир Кусимов исеменә тап төшөрмәһендәр, генерал йондоҙо һәр саҡ балҡып торһон, — тигән теләктәрен еткерҙе кисәге уҡытыусылар.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: