Таһир Кусимов исемендәге гимназия Бөтә Рәсәй география диктантына ҡушылды.
Быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылыусы сара халыҡ-ара статус алыуы менән мәртәбәле. Гимназияның география уҡытыусылары И. М. Яхина менән З. И. Ҡадирова ойошторған проектта уҡыусылар һәм ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашты. Диктантҡа килеүселәрҙе Ильмира Морат ҡыҙы тәбрикләп, сараның әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Географияны иң яҡшы белеүгә конкурс балаларға ла, өлкәндәргә лә бик ҡыҙыҡлы булды. Береһенән-береһе ҡалышмаҫҡа тырышып, улар төрлө һорауҙарға яуап ҡайтарҙы. Был фәндән үҙҙәрен белермәндәр тип Флүзә Ғиниәтова, Илнур Мырҙагилдин күрһәтте. Балалар араһында Ҡаҙмаштан Заһиҙә Рәжәповаға тиңләшеүсе булманы. Иң-иңдәргә приздар ҙа тапшырылды.