+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Ноябрь 2019, 11:30

Аҡыллы каникулдар

Бөтә тиҫтерҙәре каникулдың тәмен белеп рәхәтләнеп ял иткәндә район мәктәптәренән 12 уҡыусы был ваҡытты парта артында үткәрҙе.

Бөтә тиҫтерҙәре каникулдың тәмен белеп рәхәтләнеп ял иткәндә район мәктәптәренән 12 уҡыусы был ваҡытты парта артында үткәрҙе. «Ирәндек» ял лагеры базаһында химия фәнен тәрәндән өйрәнеү, олимпиадаларға әҙерләнеү маҡсатында «Аҡыллы каникулдар» ойошторолдо.

Район мәғариф бүлеге йәйгеһен Ташбулат мәктәбе базаһында республика инженер лицей-интернаты ойошторған йәйге мәктәптең дауамы итеп, «Аҡыллы каникулдар»ҙы химия фәненән үткәреүҙе маҡсат итте. «Ирәндек»тәге бер аҙналыҡ көҙгө мәктәпкә нигеҙҙә химия менән ҡыҙыҡһынған, фәнде өйрәнә башлауҙарына ике ай ғына булыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусыларында өмөт уятҡан 8-се класс уҡыусылары йәлеп ителде, уларға фән серҙәрен төплө өйрәнеүҙе артабан дауам итергә теләүсе, йәйге мәктәптә ҡатнашыусы ике туғыҙынсы класс уҡыусыһы ҡушылды.

Беренсе көн лагерҙа урынлашыуға, уҡыусыларҙың бер-береһе менән танышыуына арналһа, икенсе көндән уҡыуҙар башланғыс алды. Иртәнге 10-дан 16 сәғәткә тиклем – фәҡәт химия дәресе. Ялҡытҡыс картина баҫалыр күҙ алдығыҙға. Ҡайһы бер өлкәндәр балаларҙың ялын урлайһығыҙ, тип яҡлап та сығыр. Башта мин дә шундайыраҡ фекерҙә инем. Әммә «Ирәндек»кә килгәс, ҡарашым 180 градусҡа үҙгәрҙе.

Ҡәҙимге уҡыу класын хәтерләткән бүлмәлә себен осҡан тауыш ишетерлек тынлыҡ. Уҡыусылар дәфтәрҙәренә йомолоп китеп мәсьәлә сисә. Ҡараштарында көсөргәнеш, ярыш сәме сағыла. Бындағы мәсьәләләр мәктәп программаһыныҡынан күпкә ҡатмарлы, беренсе булырға ынтылыусы дәғүәселәр ҙә көслө. Шуға мейене 100 процентҡа эшкә егергә, ҡаратырышлыҡ күрһәтергә тура килә. Тынлыҡты боҙоп:

— Каникул ваҡытында ошолайтып баш баҫып уҡып ултырырға кем ҡушты инде? — тием аптырап.

Бер тауыштан яңғыраған: «Үҙебеҙ!» — тигән яуап тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндерҙе. Ләкин уҡыусыларҙың күҙҙәрендә балҡыған осҡон был аҙымдың, ысынлап та, шәхси теләк буйынса башҡарылыуына ышандырҙы.

— Дәрестәр шул тиклем мауыҡтырғыс, көндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.

— Мәктәптәге кеүек тәнәфестәргә туҡталабыҙ. Көндөң ҡап яртыһында төшкө ашҡа барып киләбеҙ.

— Ә уҡыуы кинәнес! Өйрәнгәндәребеҙҙе шунда уҡ үҙ аллы эштәр башҡарып нығытып, хәтергә һалып та ҡуябыҙ.

— Бында уҡырға ҡамасаулаусы берәү ҙә юҡ. Барыһына ла дәрестәр мөһим.

Бына ошондай яуаптар ишеттем уҡыусыларҙан.

— Ә ни өсөн тап химия фәне? — тигән икенсе һорауыма яуаптар төрлөсә булды. Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Гүзәл Ғилметдинова үҙен киләсәктә сит илдә эшләйәсәк химик, фән эшмәкәре итеп күҙаллай, инглиз теле һәм химия фәне буйынса мөмкин тиклем күберәк белем эстәргә теләй. Гөлдәриә Фәтхетдинова буласаҡ стоматолог, уға ла фәнде яҡшы белеү бик мөһим. 1-се Асҡар мәктәбенән Индира Зәйнишева хирург булырға теләй, Ташбулаттан Лианна Илембәтова менән Красная Башкириянан Дарья Бабинцева ла киләсәген медицина менән бәйләргә уйлай. Шуға күрә ҡыҙҙар алда торған дәүләт һынауҙарына хәҙерҙән үк әҙерлекте башлаған. Уҡыу отличнигы, 1-се Асҡар урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Руслан Кирәев химия буйынса мәктәп олимпиадаһында еңеп сыҡҡан. Каникулда үтелгән темаларҙы ҡабатлау, мәсьәләләр эшләү уға бер яҡтан район этабына әҙерлек булһа, икенсенән, ул да медицина юлын һайламаҡсы, был туралағы серен егет гәзит уҡыусыларға йәйге мәктәптә саҡта сискәйне. Химия — Ташбулаттан Юлдаш Баязитовтың яратҡан предметы. Уға республика инженер лицей-интернаты Бөрйән районында ойошторған йәйге мәктәптә уҡырға яҙған. Бәлки, киләсәктә, химия уҡытыусыһы булырмын, тигән изге ниәтен әйтеп һалды үҫмер.

Аҙна дауамында дәрестәрҙе район мәктәптәре химиктары — Ә. В. Ғәлләмова (Гусев), И. И. Ғәлиәкбәрова, Н. И. Акилова (гимназия), И. Й. Усманова (Буранғол) бирҙе. Инженер лицейының олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашыусылары, үкенескә күрә, бик ныҡ теләһәләр ҙә, был юлы Әбйәлилгә килә алманы. Әммә уларҙың һәләтле остаздарының береһе – Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты, Үтәгән ауылы егете Әсғәт Йәһүҙин ике көн дауамында йәш яҡташтарын ҡатмарлы мәсьәләләр сисергә өйрәтте. Артабан да уҡыусылар менән интернет аша бәйләнеш тотоп, дистанциялы уҡытыуҙар үткәрергә вәғәҙә бирҙе.

Каникул, лагерь тигән һүҙҙәр үҙҙәре үк күңелле ялға әйҙәй кеүек. Ял итергә, сәйәхәттәргә йөрөргә лә ваҡыт етерлек булды. «Ирәндек» лагеры етәкселеге «Аҡыллы каникулдар»ҙың был өлөшөн үҙ өҫтөнә алды. Уҡыусылар Асҡарҙа һәм Күсемдә музейҙа булды, өс тапҡыр «Батыр» ФҺК-һы бассейнында һыу инде, ҡалаға кинотеатрға барып ҡайтты. Лагерҙа уҙған кисәләр ҙә хәтирәләр ҡалдырҙы. Өҫтәл уйындары буйынса турнирҙар, дискотекалар үткәрелде. Тәрбиәсе А. Р. Байғәлина уҡыусыларҙың ялын мауыҡтырғыс итеп ойоштороуға бөтә көсөн һалды. Ашнаҡсылар тәмле аштар менән һыйланы, көнөнә 5 тапҡыр туҡландырыу ҡаралды.

—«Аҡыллы каникулдар» маҡсатына иреште. Юҡҡа ғына уны һигеҙенсе кластар базаһында уҙғарманыҡ. Һәләтле балалар менән ни тиклем иртәрәк шөғөлләнә башлаһаң, эш шул тиклем һөҙөмтәлерәк тә буласаҡ. Маҡсатлы рәүештә олимпиада төркөмө итеп әҙерләүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Уҡыусыларҙың теләге, ата-әсәләрҙең ризалығы менән тәүге эш уңышлы килеп сыҡты, — тине район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова.

Әйткәндәй, «Ирәндек» лагеры базаһында сығарылыш кластар өсөн берҙәм дәүләт имтихандарына түләүле әҙерлек курстары ойоштороу планы тормошҡа ашырылыу юлында. Йәғни 11-се класс уҡыусылары, биш көнлөк уҡыуға күсеүҙең бер ҙур ыңғай яғы менән файҙаланып, һәр аҙна ял көндәрендә лагерҙа йәшәп, БДИ-ға әҙерләнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Лагерь директоры Ю. Ә. Фәхрисламов әйтеүенсә, курстарҙы математика, физика, химия фәндәре буйынса ойоштороу күҙаллана, Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусылары менән килешелгән. Шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә остаздар уҡыусылар менән күҙгә-күҙ осрашып шөғөлләнһә, аҙна дауамында онлайн дәрестәр үткәреү планлаштырыла. Сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләр был мөмкинлекте хуплар, моғайын. Өҫтәмә рәүештә шөғөлләнеү өсөн ҡайҙандыр репетитор эҙләргә кәрәкмәйәсәк, балалар уңайлы шарттарҙа, ҡараулы һәм туҡ булып, бөтә иғтибарын фәҡәт имтихандарға әҙерләнеүгә йүнәлтәсәк. Курстар декабрь башынан ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип көтөлә.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: