Башланғыс кластар уҡыусылары араһында традицияға ингән «Йәш эҙәрмән» район конференцияһы уҙҙы. Фәнни эҙләнеүҙәр аша уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап тапты – талапсан жюри алдында шәхсән башҡарған тикшеренеү эшен яҡлап ҡына ҡалманы, тиҫтерҙәренең дә асыштарын мауығып тыңланы.
— Ә ниңә? Нимәгә? Ни өсөн? — бөтәһен дә белергә тырышҡан кескәйҙәребеҙҙең туҡтауһыҙ яуҙырған һорауҙарынан өйҙә ҡайсаҡ арып та китәбеҙ, буғай. Заман мәғарифы балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына етди иғтибар бүлеүҙе, үҫтереүҙе маҡсат итә. Сөнки ябай һорауҙарға яуаптар уларҙы ҙур донъяға алып сығыусы, киләсәккә юл күрһәтеүсе маяҡ булып тора. Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә «Йәш эҙәрмән» фәнни-ғәмәли конференцияһы нәҡ ошо ниәттән уҙғарыла ла инде.
Конференция йылдағыса Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҙҙы. Уның әһәмиәтле, етди сара булыуын дәлилләп, фән донъяһына тәүге аҙымдарын яһаусы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы белем биреү өлкәһендә эшләүсе өлкән дуҫтары — мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рә-химова, район мәғлүмәти-методик үҙәге методисы Ф. Р. Ғарипова һәм гимназияның башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары Ә. Х. Әминева сәләмләне. 1-се «г» класы уҡыусылары (класс етәксеһе Й. Р. Хисаметдинова) тиҫтерҙәренә уңыштар теләп, әҙәби-музыкаль композиция менән сығыш яһаны, яҡшы кәйеф бүләк итте.
Конференцияға район мәктәптәренән 87 эҙләнеү эше тәҡдим ителде, ләкин өс уҡыусы төрлө сәбәптәр арҡаһында төп сарала ҡатнаша алманы, 84 проект жюри күҙлеге аша үтеп, баһалауҙарға лайыҡ булды. Йәш эҙәрмәндәр ете тематик секцияла сығыш яһаны.
«Тыуған Башҡортостан» секцияһында милли аш-һыу серҙәре, Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булған ҡурай, тыуған төйәктең топонимикаһына, исемдәргә бәйле мауыҡтырғыс презентациялар тәҡдим ителде. Эҙләнеү эшен туған телдә башҡарғандар араһында һөт ризыҡтары һәм уларҙың файҙаһы тураһында етди дәлилдәр килтереүсе Әбдрәштән Ғәлим Батыршин (уҡытыусыһы Л. Ф. Батыршина) менән русса сығыш яһаусы, класташтарының фамилиялары тарихын өйрәнеүсе Красная Башкирия мәктәбе уҡыусыһы Әлфир Сөләймәнов (А. А. Акшенцева) I урынды бүлеште. Ғаилә геройҙары — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир олатайҙарға, тылда бил бөккән өләсәйҙәргә арнап, хәтирәләргә, һандыҡ төптәрендә һаҡланған ҡәҙерле документтарға таянылған фәнни эштәр «Хәтерләйем, ғорурланам» секцияһында ҡаралды. Тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән ҡарт өләсәһе тураһында ентекле итеп тәфсирләүсе Нияҙғолдан Шамил Ишмөхәмәтов (Д. Р. Ғибәҙәтова) еңеүсе булды.
«Фән донъяһына тәүге аҙымдар» — исеме үк иң беренсе асыштар хаҡында һөйләгән секцияла ҡыҙыҡлы темалар жюри хөкөмөнә сығарылды. Лего конструкторының файҙаһы, компьютерҙың уҡыусыларҙың күреү һәләтенә йоғонтоһо кеүек көндәлек тормошта үҙҙәренә ҡағылышлы көнүҙәк темаларҙан тыш, өй шарттарында сыр, газлы һыу яһаусылар ҙа тәүге тәжрибәләре менән бүлеште. Ҡыҙыл йылғаһы һыуының сифатын, Гусевта ни өсөн һыу тоҙло булыуын тикшереүсе кескәй эксперттар тикшеренеү һөҙөмтәләрен бәйән итте. Ғаилә бюджеты тураһында сығыш яһаусы, бәлки, унан бик шәп иҡтисадсы үҫәлер, тигән фекер тыуҙырҙы. Ысын мәғәнәһендә фәнни асыштар яһау уйы менән янған бөтә бәләкәй эҙәрмәндәрҙең дә презентациялары илһамландырҙы, ҡыҙыҡһыныу уятты, ләкин «Алпамыша һәм Барсынһылыу» әкиәте буйынса йәнһүрәт төшөргән, режиссерлыҡ һәләттәре лә тойомланған Йәнгелдән Илдар Камаловҡа (Л. Л. Камалова) тиңләшеүсе булманы.
Ябай ғына үҫемлектәргә – шыршының энәләренә, япраҡтарҙың төҫөн үҙгәртеүенә, ағастарҙағы ороларға, төрлө бәшмәктәргә, ташҡабаҡ, ҡабаҡса, ҡыяр, кишер кеүек йәшелсәләргә, ер еләгенә, үләндәргә балалар күҙлеге аша бағыу, ысын мәғәнәһендә, донъяға күҙҙәрҙе асты. «Донъя шундай матур!» секцияның исеме есемен дә аҡланы. Бында Озерныйҙан Карина Абдуллина (А. Ф. Абдуллина) еңеүсе булды. «Мин донъяны өйрәнәм» секцияһы ла әллә күпме ҡыҙыҡлы темаларҙы асты, яңы мәғлүмәттәргә әйҙәне. Экология мәсьәләләре, хобби, һөнәри династиялар, спорт, гаджеттарҙың файҙаһы һәм зыяны тураһындағы сығыштар магнит кеүек бөтә иғтибарҙы йәлеп итте. Гимназия уҡыусыһы Данил Шәғәлин (З. В. Фәттәхова) жюриҙың иң юғары баһаһына лайыҡ булды. Һуңғы секцияла уҡыусылар фәнни эҙләнеүҙәрен ижад аша асты. М. Кәрим әҫәрҙәрен пластилиндан әүәләнгән образдары аша сағылдырыусы Мораҡайҙан Регина Фәтхуллина (Р. И. Ғаззалова) беренсе урын яуланы.
Фән юлында тәүге эҙләнеү эштәренә йомғаҡ яһап, уны тиңдәштәре, уҡытыусылар хөкөмөнә сығарған уҡыусылар жюриҙан төплө кәңәштәр ҙә алды. Киләсәктә был юҫыҡта артабан да үҫешһендәр тигән маҡсатта, уларға ҡанат ҡуйып, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сертификат менән билдәләнде. Призлы урынға саҡ ҡына етмәгәндәр айырым номинация-ларға лайыҡ булды.