6–7 ноябрҙә Мәскәүҙең «Крокус Экспо» Конгресс-холында «Мәғариф» милли проекты: берләшеү, команда, һөҙөмтә» I Бөтә Рәсәй форумы уҙҙы. Форум эшендә «Үҫеү нөктәһе» Һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре етәкселәре, «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» Федераль проекты координаторҙары — йәмғеһе 2100 кеше ҡатнашты. Сараға беҙҙең райондан белем биреү үҙәктәре етәкселәре, информатика уҡытыусылары Т. Кусимов исемендәге гимназиянан И. А. Сәйетғәлин, Амангилде мәктәбенән Д. Ә. Хөбөтдинова, Ташбулаттан В. З. Әхмәтова ҡушылды.