-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2019, 18:29

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе

Район педагогик оҫталыҡ бәйгеһендә «Йыл уҡытыусыһы — 2019» исеменә 29 уҡытыусы дәғүә итте. Йәш педагогтар араһында үткән «Өмөт» конкурсына ярышырға 9 остаз сыҡты.

Район педагогик оҫталыҡ бәйгеһендә «Йыл уҡытыусыһы — 2019» исеменә 29 уҡытыусы дәғүә итте. Йәш педагогтар араһында үткән «Өмөт» конкурсына ярышырға 9 остаз сыҡты.

Бәйге бер нисә этапты үҙ эсенә алды. Һөнәри оҫталыҡта ярышырға йөрьәт итеүсе үҙ көстәренә ышанған, туҡтауһыҙ эҙләнгән, дәртле конкурсанттар икенсе мәктәптә, ят уҡыусылар алдында дәрес бирҙе, «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә педагогик маҡсаттарын бәйән итте, интернет-ресурс аша һөнәри позицияһын сағылдырҙы һәм ошо һынауҙарҙы лайыҡлы үткән алты финалсы — Т. Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. Ф. Баймырҙина, музыка уҡытыусыһы Ф. М. Нөғәмәнова, Сиҙәмдән география уҡытыусыһы Л. А. Ғибәҙәтова, 1-се Асҡар урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. М. Солтанова, башланғыс кластар уҡытыусыһы З. А. Махийәнова, Красная Башкирия мәктәбенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И. Ю. Һиҙиәтова бәйгенең йомғаҡлау сараһында еңеү өсөн көрәште.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов йомғаҡлау этабына башланғыс биреп, уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе районда 20 йылдан ашыу үткәрелеп килгән традиция булыуын һәм иң талантлы, дәртле, тәжрибәле уҡытыусыларҙы йыйыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, финалсыларға уңыштар теләне. Ә еңеү еңел генә бирелмәне. Финал иң етди һынауҙан ғибәрәт ине. Бәйгеселәр жюри һәм тамаша ҡылыусы коллегалары алдында мастер-класс күрһәтте. Бирелгән 12 минут эсендә үҙҙәре уҡытҡан предмет буйынса иң яңы һәм нәтижәле эшләү ысулдарын һәм формаларын ҡулланып дәрес биреү, инновацион тәжрибә менән бүлешеү артында эрудицияны һәм импровизациялау һәләтен дә сағылдырыу шарт ине.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы заман проблемаһына әйләнгән телмәр ярлылығына, балаларҙың русса һүҙҙәр ҡыҫтырмай фекерен туған телдә әйтеп еткерә алмауы мәсьәләһенә туҡталды. «Төрлө алымдар аша уҡыусыларҙың һөй-ләү телмәрҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү» тип аталған оҫталыҡ дәресендә Римма Фәйзулла ҡыҙы бихисап һөҙөмтәле ысулдарға туҡталды. Хәҙерге педагогикала киң ҡулланылған кластер, синквейн кеүек заманса алымдарҙы ҡулланыуҙан тыш, традицион диалог, интервью, әҙәбиәт дәрестәрендә иһә әҫәрҙәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу телмәрҙе байытыуға ыңғай йоғонто яһай, тине туған телгә хөрмәт һәм һөйөү уята алған, уҡыусылары йыл һайын республика олимпиадаларында призлы урындар яулаусы педагог.

Музыканың дауалау көсө тураһында боронғо аҡыл эйәләре әйтеп ҡалдырған мираҫында ла осратырға була. Фәнни телдә арт-терапия тип аталған был күренештең эмоциональ көйһөҙлөктө яйлау, ярһыуҙы баҫыу, тынысландырыу ҡөҙрәте белем биреү процесында ла бик кәрәкле психологик сәләмәтләндереү алымы булыуын Фәнилә Мансур ҡыҙы мауыҡтырғыс уйын-миҫалдар аша дәлилләне. Уҡыусылар ролендәге тамашасылар уҡытыусы биргән күрһәтмәләрҙе үтәп, баштағы ауыр уйҙарҙан арынды, тән яҙҙырҙы, яҡшы кәйефкә көйләнде.

Зөлхизә Ансар ҡыҙы уҡыусыларҙың хәтерен, ижади фекерләүен үҫтереүҙә интеллект-карталарҙың роле тураһында мауыҡтырғыс итеп сығыш яһаны. Британ психологы Тони Бьюзендың хәтерҙә ҡалдырыу, ижад һәм фекерләүҙе ойоштороу методикаһы залдағыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Илсиә Юлай ҡыҙы белем биреүҙә QR-кодтар менән файҙаланыу буйынса шәхси тәжрибәһенең ыңғай һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. Иң башта ул мастер-класта ҡатнашыусыларҙы мобиль телефондағы «Плей Маркет» ҡушымтаһы ярҙамында QR-кодтарҙы нисек уҡырға йәки, киреһенсә, нимәнелер шифрларға өйрәтте. «Дәрестәрҙә серле кодтар ҡулланыу уҡыусыларҙың иғтибарын яулай, тестар, контроль эштәр башҡарыуҙа уңайлы. Был ысул хатта өлгәш кимәленең яҡшырыуына булышлыҡ итте. Минеңсә, уҡытыусы заман менән йәнәш атларға һәм, ниндәй генә предметтан уҡытһа ла, яңы технологияларҙы белергә тейеш», — тине ул. Әйткәндәй, педагог берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү буйынса йылдар дауамында тупланған папка-папка иншаларын һәм методик ҡулланмаларын да кодлаштырып, сумкаһындағы йөктө бермә-бер еңеләйтеүгә өлгәшкән.

Лариса Анатольевна Корней Чуковскийҙың «Айболит» әкиәтенә географик күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Баҡтиһәң, балалар өсөн әҫәрҙә ысын тормошта булған ваҡиға — Айболиттың прототибы табип һәм ғалим Цемах Шабадтың Африкаға сәфәре һүрәтләнгән икән! Әкиәттәге йырлап торған шиғри юлдарҙы бәйән иткән уҡытыусы менән бергә картала доктор Айболиттың маршрутын билдәләргә, уның тауҙар, диңгеҙҙәр һәм океан аша ҡатмарлы юлынан үтергә тура килде. Дәрес тә, уҡытыусы ла ылыҡтырҙы.

Рәзилә Марс ҡыҙы «Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡит фекерләүҙе үҫтереү технологияһын ҡулланыу» темаһын асты. Уҡытыусы был технологияны Ф. М. Достоевскийҙың «Преступление и наказание» романын үтеү буйынса шәхсән миҫалында файҙаланды.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов етәкселегендәге жюри бәйгегә йомғаҡ яһаны. Шулай итеп, «Йыл уҡытыусыһы – 2019» район конкурсында гран-приҙы Ф. М. Нөғәмәнова яуланы, әйткәндәй, «Интернет селтәрендә һөнәри позицияны яҡтыртыу» номинацияһының еңеүсеһе лә ул булды. Л. А. Ғибәҙәтова «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабы еңеүсе тип билдәләнде. Р. Ф. Баймырҙина «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», И. Ю. Һиҙиәтова «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» муниципаль конкурсы еңеүселәре булды. З. А. Махийәнова «Өмөт – 2019» конкурсы еңеүсеһе тип нарыҡланды. Р. М. Солтанова «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһына лайыҡ булды. Еңеүселәр алдында хәҙер республика һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә Әбйәлил намыҫын яҡлау бурысы тора.

Бүләкләүҙәр тантанаһында «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусыларҙың береһе лә билдәләнмәй ҡалманы. Мәғариф бүлегенең һәм профсоюз комитетының рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләктәр һәм премиялар тапшырылды.

Конкурстың икенсе этабы йомғаҡтары буйынса айырым педагогтар номинацияларҙа билдәләнде. Красная Башкирия мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. В. Солтанова «Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы», Таштимер мәктәбенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Э. Ф. Нәжметдинова «Педагогик дебют», Күсем урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы З. И. Нурғәлин «Илһам һәм педагогик артистизм», 1-се Асҡар урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Ф. Д. Ғибәҙәтова «Уҡытыусы-эҙләнеүсе», тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Д. Ф. Сәлихов «Һөнәргә тоғролоҡ», Рысҡужа башланғыс мәктәбенән Р. З. Мостафина «Дәрес — оҫталыҡ бейеклеге», Михайловка мәктәбенән математика уҡытыусыһы Р. Д. Цыганкова «Ижади эҙләнеү һәм педагогик стиль» номинацияларында еңеүсе булды. «Өмөт – 2019» конкурсында ҡатнашыусылар араһында Күсем урта мәктәбенән математика уҡытыусыһы С. З. Ҡунаҡҡолов «Педагогик дебют», Дәүләт мәктәбенән математика уҡытыусыһы Г. М. Суфиянова «Киләсәккә старт», Ишҡол мәктәбенән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡы-тыусыһы И. З. Арсланбаева «Ижади эҙләнеү һәм педагогик стиль» номинацияларына лайыҡ булды.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: