+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ноябрь 2019, 09:41

Төбәк проекты оҫтаханалар аса

"Йәш һөнәрмәндәр" төбәк проекты сиктәрендә заманса матди-техник материалдар менән йыһазландырылған оҫтаханалар һаны 2024 йылға тиклем 55-кә етергә тейеш.

Был күрһәткескә өлгәшеү өсөн йыл һайын РФ Мәғариф министрлығы үткәргән конкурс һөҙөмтәләре буйынса юридик берәмектәргә федераль бюджеттан гранттар биреү күҙаллана. Быйыл Башҡортостандан 19 колледж ошо грантты отоу өсөн конкурста ҡатнашты. Гранттарҙың дөйөм күләме 139 миллион һум тәшкил итә.

Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы "Социаль өлкә" лоты буйынса грант отто һәм ошо юҫыҡта эш башланы. Уҡыу йортто студенттарға һөнәри оҫталыҡ дәрестәре биреүҙән тыш, пенсия йәшенә еткән граждандарға ҡыҫҡа курстар, уҡыусылар өсөн профориентацион күнекмәләр үткәрергә йыйына. Колледж базаһында 5 оҫтахана асыласаҡ тип көтөлә.
Читайте нас: