+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Декабрь 2019, 10:50

«Мәғариф сәғәте» балалар хәүефһеҙлеген тәүге урынға ҡуйҙы

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы «Мәғариф сәғәте»ндә белем биреү системаһында хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҡаралды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы «Мәғариф сәғәте»ндә белем биреү системаһында хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҡаралды. Улар: мәктәптә балаларҙы ашатыуҙы заманса талаптарға яраҡлаштырыу, балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү һәм мәғариф учреждениеларын төҙөкләндереү.
Мәғариф министры Айбулат Хажин мәктәптә балаларҙың хәүефһеҙ шарттарҙа белем алыуына айырыуса иғтибар йүнәлтте. «Мәғариф» проекты сиктәрендә мәктәптәрҙе һаҡ һәм сигнализация системалары менән йыһазландырыу, видеокамералар ҡуйыуға быйыл 313 миллион һум йүнәлтелгән.
Р. Хәбиров әйтеүенсә, бында тәү сиратта профилактика мөһим, сөнки ҡот осҡос ваҡиғалар теркәлгән мәктәптәрҙә һаҡ системалары эшләгән, уҡытыусылар һа конфликт тураһында белгән, әммә уҡыусылар шундай киҫкен аҙымға барыуына юл ҡуйылған.
Әйткәндәй, быйыл проект автоматик мәғлүмәт системаһын индереүгә булышлыҡ иткән, уға әлеге ваҡытта 1189 мәктәп тоташҡан. «Уҡыусы картаһы» мәктәпкә инеүҙе, ашау өсөн түләүҙе һәм транспортта ҡулланыуҙы тәьмин итә. Был картаның тағы бер мөһим модуле бар, ул ата-әсәләргә баланың ваҡытында туҡланыуы, уның өлгәше, мәктәптә булыу-булмауы тураһында мәғлүмәт еткерә.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
#регпроектыБашкортостан

Читайте нас: