Мәғариф
13 Декабря 2019, 08:09

Фән офоҡтарын иңләп ҡараныҡ

Минең тыуған мәктәбем Ишбулдыла уҡыусылар һаны әҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бер нәмәнән дә ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Минең тыуған мәктәбем Ишбулдыла уҡыусылар һаны әҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бер нәмәнән дә ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Ниндәй генә ярыш булһынмы, конкурстармы — үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарайбыҙ.

Әле йома көнө Учалы ҡалаһында үткән «Европа-Азия. Офоҡтарҙы иңләп» IV төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҙур теләк менән сығыш яһап ҡайттыҡ. Үҙебеҙгә төрлө асыштар яһап, белгәндәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Бындай төбәк-ара ярышта күптәребеҙ беренсе тапҡыр ҡатнашты. Азалия Әсәҙуллина, Лилиә Ғүмәрова, Айзилә Әлимғу-жина, Динислам Шөғүров төрлө номинациялар яулаһа, был кон- ференцияла өсөнсө тапҡыр ҡатнашып, йыл һайын урынһыҙ ҡалмаған Йәнгүзәл Шөғүрова 3-сө урын алды. Һәр беребеҙ иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуанышып, икенсе йыл тағы ла барыу теләге менән янып ҡайттыҡ.

Лилиә ҒҮМӘРОВА,

Ишбулды урта мәктәбенең

8-се класс уҡыусыһы.


Читайте нас