Башҡортостандың 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған ауыл уҡытыусылары исемдәре билдәле. Улар араһында Әбйәлил педагогтары булыуы ла ҡыуаныслы. Был хаҡта хоҡуҡи документты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми порталында уҡырға мөмкин. Бына улар грантҡа алйыҡ булған яҡташтарыбыҙ - Зариф Вәкил улы Атауллин (Ҡаҙмаш урта мәктәбе), Анна Ғәйнетдин ҡыҙы Нурисламова (Красная Башкирия урта мәктәбе), Айнур Морат улы Сафиуллин (Ҡырҙас урта мәктәбе) һәм Нурзилә Рәшит ҡыҙы Хәйбуллина (Таштимер урта мәктәбе). Ҡотлайбыҙ! Балалар мәнфәғәтендәге тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ артабан да лайыҡлы баһаланһын, эшегеҙҙә уңыштар, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!