+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2019, 12:20

Бында һәләттәр үҫтерелә

«Аврора» белем биреү үҙәгенең маҡсаты – сәнғәт, спорт, тәбиғи фәндәр дисциплиналары буйынса һәләттәрен күрһәткән, шулай уҡ техник ижадта уңыштар ҡаҙанған һәләтле балаларҙы иртә йәштә асыҡлау, үҫтереү һәм артабан һөнәри ярҙам күрһәтеү.

БР Хөкүмәтенең 2019 йылдың 21 октябрендәге ҡарары менән Өфөлә «Аврора» мәғариф үҙәге булдырылды. Белем биреү үҙәгенең маҡсаты – сәнғәт, спорт, тәбиғи фәндәр дисциплиналары буйынса һәләттәрен күрһәткән, шулай уҡ техник ижадта уңыштар ҡаҙанған һәләтле балаларҙы иртә йәштә асыҡлау, үҫтереү һәм артабан һөнәри ярҙам күрһәтеү.
16 декабрҙә үҙәк Республика инженер-лицей интернаты һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернаты базаларында «Фән» (физика, химия, информатика) һәм «Сәнғәт» (тынлы оркестр) йүнәлештәре буйынса профилле сменалар асты. Унда шөғөлләнеүселәр профилле предметтар буйынса 29 декабргә тиклем белемдәрен үҫтерә.
Дәрестәрҙе Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының һәм дөйөм белем биреү ойошмаларының әйҙәүсе уҡытыусылары алып бара.
Читайте нас: