+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Декабрь 2019, 18:10

2020 йылға сығарылыш имтихандары теҙмәһе раҫланды

Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы һәм мәғарифты күҙәтеү ведомствоһының берлектәге бойороғона ярашлы, 2020 йылдың берҙәм дәүләт имтихандары (БДИ) һәм төп дәүләт имтихандары (ТДИ) теҙмәһен раҫланыуы билдәле булды.

Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы һәм мәғарифты күҙәтеү ведомствоһының берлектәге бойороғона ярашлы, 2020 йылдың берҙәм дәүләт имтихандары (БДИ) һәм төп дәүләт имтихандары (ТДИ) теҙмәһен раҫланыуы билдәле булды.
Туғыҙынсы класты тамамлаусылар имтихандарҙы 22 майҙан 9 июнгә тиклемге осорҙа тапшырасаҡ — был төп осор һанала. 22 май (йома) — сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан); 23 май (шәмбе) — сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан); 26 май (шишәмбе) — тарих, физика, биология, химия; 29 май (йома) — йәмғиәт, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ), география, химия; 30 май (шәмбе) — йәмғиәтте өйрәнеү фәне; 2 июнь (шишәмбе) — рус теле; 5 июндә (йома) — әҙәбиәт, физика, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ), география, сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан); 9 июнь (шишәмбе) — математиканан имтихандар буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта ТДИ-ны алдан 22 апрелдән 6 майға тиклемдә бирергә мөмкин.
Әгәрҙә, берәйһе имтихан бирә алмай аттестатһыҙ ҡалған икән, уларҙың көҙгөһөн 4-се сентябрҙән 11-нә тиклем ҡабаттан бирә алыу хоҡуғы бар.
Шулай уҡ ике ведомствоның берлектәге бойороғонан һынауҙарҙың ваҡыт арауығы билдәле булды. Мәҫәлән, математика, рус теле, әҙәбиәтенән имтихандар 3 сәғәт 55 минут дауам итәсәк. Физика, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәренән — 3 сәғәт, географиянан — 2 сәғәт 30 минут барасаҡ.
Сығарылыш кластарҙың БДИ-ры 25 майҙа башлана, был дүшәмбегә тура килә. Был көндө өс фәндән — география, әҙәбиәт, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ) имтихан тапшырасаҡтар.
28 май — рус теленән, 1 июнь — математиканан база һәм профилле кимәлдә, тарих һәм физиканан тест 4 июндә була, 8 июндә — йәмғиәте өйрәнеү һәм химия фәндәре буйынса. Сит телдәре буйынса имтихандар 15, 16 июндә үтәсәк.
Имтихандарҙы алдан тапшырырға теләүселәр 20 марттан 6 апрелгә тиклем башҡара ала.

Вил Илһамов.
Читайте нас: