+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Декабрь 2019, 12:28

Төп шыршы байрамында булдыҡ беҙ

Баш ҡалабыҙ Өфөлә республиканың төп шыршы байрамы уҙҙы.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә республиканың төп шыршы байрамы уҙҙы. Беҙҙең райондан был байрамда 12 уҡыусыға ҡатнашыу бәхете тейҙе. Улар уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса конкурс-олимпиадалар еңеүселәре ине.

Матур сара Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙҙы. Бында фотоға төшөү өсөн фотозоналар булдырылған. Тамаша башланғанға тиклем оҫталыҡ дәрестәрендә булдыҡ, уларҙа күп файҙалы нәмәләр отоп алдыҡ.

Шыршы тирәләй бейеп-йырлап ҡына ҡалманыҡ, төрлө мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнаштыҡ, байрамдың төп ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары күңелле тамаша ойошторҙо, шат клоундар фокустар күрһәтте. Хатта йыл символы сысҡан да бар ине. Беҙгә шулай уҡ «Семья Мышилоевские» спектакле күрһәтелде. Бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс булды, рәхәтләнеп ҡараныҡ. Күңелле тамаша һәр кемгә оҡшағандыр, тип уйлайым. Барыбыҙға ла бүләктәр бирҙеләр.

Алыҫ райондан килгәс, беҙ «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында йәшәнек. Ике көндә лә кискеһен балалар өсөн ҡы-ҙыҡлы саралар ойошторолдо, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр алдыҡ, дискотекалар булды.

Йәш техниктар станцияһынан өҫтәмә белем биреү педагогы Гөлшат Авзал ҡыҙы Абдрахманова барыбыҙҙы ла ҡурсалап ҡына йөрөнө.

Республиканың төп шыршы байрамында ҡатнашыу беҙгә һәйбәт яңы йыл бүләге булды. Ошондай матур ял өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә ынтыласаҡбыҙ, тип ышандырабыҙ.

Нәркәс БАЙМЫРҘИНА, Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы.


Читайте нас: