+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ғинуар 2020, 15:00

Мәғариф системаһын етди үҙгәрештәр көтә

Уҙған йылдың һуңғы көндәрендә Башҡортостанда 2020 йылға белем биреү бурыстары билдәләнде. Улар Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында яңғыраны.

— Киләһе йылға мәғариф системаһын үҫтереү бурыстары — мәктәпкәсә белем биреүҙең йөҙ процентҡа үтемлелеген тәьмин итеү, икенсе сменала уҡыусылар һанын алты процентҡа тиклем кәметеү, тағы ла өс полилингваль мәктәп асыу, мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын комплекслы модернизациялау һәм капиталь ремонтлау проектын ғәмәлгә ашырыу, тағы 100 мең уҡыусыға һанлы белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу, “Ворлдскиллс" стандарттары буйынса алдан һөнәри әҙерлек үҙәген асыу, студенттар фекерен һәм ижадын берләштереү урынына әүереләсәк вузарҙа студенттар кампусы төҙөлөшөн башлау, ауыл ерендә эшләүсе 150 йәш уҡытыусыға грант биреү, Башҡортостан Республикаһының Фәнни белем биреү үҙәген ойоштороу һәм Евразия федераль университетына нигеҙ һалыу, — тине кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. — Киләһе йылда беҙ уҡыусыларыбыҙҙың сәләмәтлеген һаклау һәм нығытыу эшен дауам итәсәкбеҙ, 2020 йылдың февралендә үтәсәк икенсе мәктәп форумы ла ошоға бағышланасак.

Мәғлүм булыуынса, белем биреү өлкәһендәге ошо мөһим эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән ҡарар ителгән “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

— Һанап үтелгәндәрҙең барыһы ла, балаларыбыҙ мәктәптән сәләмәт, әхлаҡи яҡтан таҙа һәм, әлбиттә, интеллектуаль әҙерлекле булып сыҡһа ғына әһәмиәткә эйә, — тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын реконструкциялауға, биләмәләрен төҙөкләндереүгә шаҡтай аҡса бүленә. 2020 йылда был мәсьәләгә комплекслы яҡын киленәсәк.



Читайте нас: