+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ғинуар 2020, 19:10

«Аҡбуҙат»та проект каникулдары

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә РФ Мәғариф министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған «Йәштәр инновацияһы кампусы» федераль проекты буйынса ҡышҡы каникулдар осоронда республиканың «Аҡбуҙат» балалар шифаханаһы базаһында «IT camp. Проект каникулдары» тематик сменаһы ойошторолдо.

Миҙгелле профилле лагерҙа мәғлүмәт технологиялары, робототехника, аэротехника – бөтәһе дүрт йүнәлеш буйынса 150 һәләтле бала, шул иҫәптән беҙҙең райондан 4 уҡыусы ҡатнаша. Улар һигеҙ көн дауамында проект төҙөү, команда менән эшләүҙә үҙҙәренең һәләттәрен һынау, белем даирәһен һәм оҫталыҡтарын үҫтереү мөмкинлегенә эйә. Әлбиттә, IT каникулдар проект эше башҡарыу, фәҡәт уйлау, баш ватыу менән генә уҙмай. Бөтә лагерҙарҙағы кеүек уҡыусылар бында ла күңелле ял итәләр. Аккаунттар (отрядтар) араһында ойошторолған төрлө ижади ярыштар, концерттар, танышыуҙар, дискотекалар менән дә иҫтә ҡаласаҡ үҙенсәлекле смена.
Читайте нас: