+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ғинуар 2020, 11:25

Педагогтарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү маҡсатында

Был мөһим документ бөтә мәктәп уҡытыусыларының эшендә сағыласаҡ.

РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә педагогтарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү буйынса милли система булдырыла.
Был мөһим документ бөтә мәктәп уҡытыусыларының эшендә сағыласаҡ.
Ул бөтә нюанстарҙы ла күҙ уңында тота: мәктәп директоры нимәләр белергә тейеш; уҡытыусыларҙың эш хаҡы күпме; кадрҙар етешмәүен нисек хәл итергә; аттестация ҡағиҙәләрен теүәлләргә һ.б.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, төп үҙгәрештәр түбәндәгесә була:
Быйылғы йылдан Мәғариф министрлығы һәр мәктәпкә мониторинг уҙғарып, кадрҙар менән тәьмин ителеште барлай, йәғни квалификацияһы булмаған педагог икенсе фәндән дәрес бирергә тейеш түгел.
Май айына тиклем төбәктәрҙә уҡытыусыларҙың эш хаҡы системаһын камиллаштырырға кәрәк.
Уҡытыусылар әҙерләүсе вуздар өсөн дә яңы стандарттар ҡабул ителә, практикаға өҫтөнлөк биреләсәк.
Мәктәптәрҙең берҙәм кадрҙар резервы булдырыла. Директорҙар үҙҙәре лә был вазифаға яраҡлылыҡты аттестация аша һынаясаҡ.
Педагогтарға тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бөтә ил буйынса майҙансыҡтар һәм үҙәктәр асыласаҡ. Бынан тыш, онлайн-дәрес үткәреү мөмкинлеге, симуляцион үҙәктәр асыу ҡарала.
Уҡытыусылар мотлаҡ рәүештә квалификацион имтихан тапшырасаҡ.
Читайте нас: