+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2020, 12:10

Мәктәптәрҙә - көрәш

Мәктәптәрҙә физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу эше барышында спорт көрәше дәрестәрен ойоштороу өсөн шарттар булдырыласаҡ.

Башҡортостанда Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы «Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проектын ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөнө.
Килешеүҙә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Новиков, мәғариф министры Айбулат Хажин һәм «Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы» төбәк спорт йәмәғәт ойошмаһы президенты Борис Беляев ҡатнашты. Улар мәктәптәрҙә физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу эше барышында спорт көрәше дәрестәрен ойоштороу өсөн шарттарҙы үҫтереү буйынса үҙ-ара эш итергә һөйләшеп килеште. Атап әйткәндә, дөйөм белем биреү ойошмаларында физик культураны һәм спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау; «физик культура» предметын уҡытыуҙы камиллаштырыу өсөн шарттар булдырыу һәм уҡыусыларҙы дәрестән тыш физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу йүнәлешендәге эшмәкәрлеккә йәлеп итеү; спорт өлкәһендә һәләтле балаларға ярҙам күрһәтеү, уҡыусыларҙа сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу күҙаллана.
«Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проекты 2019 йылдың сентябрендә 16 дөйөм белем биреү ойошмаһында башланды.
Читайте нас: