-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ғинуар 2020, 13:20

Етегәндәй ете һылыу еңеүҙәр яулап ҡайтты

Республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылын районыбыҙҙың телһөйәр уҡыусылары һөйөнөслө ҡаҙаныштары менән башлап ебәрҙе — башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән төбәк-ара олимпиадала 7 еңеүле урын яуланы.

Республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылын районыбыҙҙың телһөйәр уҡыусылары һөйөнөслө ҡаҙаныштары менән башлап ебәрҙе — башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән төбәк-ара олимпиадала 7 еңеүле урын яуланы.
Телселәр ярышы йылдағыса ҡышҡы каникул мәлендә Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында уҙҙы. Олимпиаданың муниципаль этабы һөҙөмтәләре буйынса ағымдағы уҡыу йылында беҙҙең райондан 14 уҡыусыға төбәк-ара һынауҙа ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Улар (үкенескә күрә, сирләп китеү сәбәпле, бер уҡыусы олимпиадаға бара алманы) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары — Т. Кусимов исемендәге гимназиянан А. С. Шәрәфетдинова һәм Ташбулаттан А. З. Хисмәтова оҙатыуында Өфөгә юлланды. 9 – 11 ғинуарҙа өс көн буйына барған бәйгелә республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы уҡыусылар фән буйынса төплө белем ҡеүәһен күрһәтте. 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһында башҡа милләт балаларының да булыуы ҡыуаныслы.
Олимпиада өс турҙа үтте: тәүге көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, икенсе турҙа инша яҙҙылар, һуңғыһында башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән ижади проект яҡланылар.
— «Башҡорт телен пропагандалау буйынса уҡыусыларҙың проект эше» тигән тема буйынса проект эшен әҙерләү һәм уны яҡлау быйылғы олимпиадаға индерелгән төп яңылыҡтарҙың береһе булды. Беҙҙең уҡыусылар был һынауҙа баҙап ҡалманы, сығыштарында тәрән фекерләү ҡеүәһен һәм телмәр оҫталығын сағылдыра алды, — ти уҡытыусы Айгөл Сабирйән ҡыҙы. — Олимпиаданың бүтән яңылыҡтарына килгәндә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыусылар категорияһында фәнде башлап өйрәнеүселәр һәм дауам итеүселәр айырым баһаланды. Был йүнәлештә әбйәлилдәр ҡатнашманы, беҙҙекеләр көстәрен беренсе һәм икенсе линияла — саф башҡорт мәктәптәре һәм башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында һынаны. Тағы ла бер яҡшы яңылыҡты әйтеп үтке килә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль олимпиадалар исемлегенә индерелгән. Уға ярашлы, сығарылыш кластарҙан олимпиада еңеүселәре республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән саҡта өҫтәмә 10 балға эйә буласаҡ.
Уҙған уҡыу йылынан олимпиадала 8-се кластар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә, беҙҙең район һигеҙенселәрҙе быйыл тәүгә төбәк-ара кимәлгә алып сыҡты. Шулай булһа ла, һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ. Байым урта мәктәбе уҡыусыһы Гөлфиә Хәлилова (уҡытыусыһы Ә. Б. Абдрафиҡова) саф башҡорт мәктәптәре, ә 1-се Асҡар урта мәктәбенән Әлфиә Йомағужина (Р. С. Харисова) башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында призер булды. 9-сы кластарҙан иһә берәгәйле бер еңеү яуланды — Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Светлана Килмөхәмәтова (А. Р. Муллахмәтова) икенсе линияла еңеүсе исемен аҡланы. Унынсылар араһында Ләйлә Мортазина (Т. Кусимов исемендәге гимназия, А. С. Шәрәфетдинова) һәм Динә Абдрахманова (1-се Асҡар урта мәктәбе, Л. С. Абдрахманова), ун беренселәрҙән Наҙгөл Миңлебаева (Байым, Ә. Б. Абдрафиҡова) һәм Фирүзә Уйылданова (гимназия, А. Р. Муллахмәтова) призлы урын яуланы. Еңеүсе ҡыҙҙар Мәғариф министрлығының дипломдары, иҫтәлекле китаптар менән бүләкләнде. Афарин!
Олимпиада көндәрендә төп һынауҙарҙан тыш уҡыусылар өсөн бай программа тәҡдим ителде: интеллектуаль уйын, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән осрашыуҙар үткәрелде. Балаларҙы оҙатып килгән уҡытыусылар иһә башҡа хеҙмәттәштәренең алдынғы эш тәжрибәһе менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны һәм үҙҙәре лә республиканың башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы, Мәғарифты үҫтереү инситутының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ойошторған ижади викторинала һынау тотоп, белемдәрен тикшерҙе.
Читайте нас: