+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ғинуар 2020, 18:55

Класс етәкселәренә аҡса өҫтәләсәк

Класс етәкселәренә биш мең һумлыҡ өҫтәмә түләү индереү ҡарала.


Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә белем биреү системаһына, мәктәпкә ҡағылышлы әйберҙәр ҙә күп булды. Шулай 2021 йылға Рәсәйҙең бөтә мәктәптәре юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылырға тейеш.

Балалар музыка мәктәптәрен һәм сәнғәт мәктәптәрен тәртипкә килтереү буйынса индерелгән тәҡдимдәр йәмғиәттә ыңғай ҡабул ителде. Президент әйтеүенсә, был мәктәптәргә капиталь ремонт яһар өсөн өҫтәмә рәүештә 22 миллиард һум аҡса бүленә.

– Класс етәкселәренә биш мең һумлыҡ өҫтәмә түләү индереү – бик мөһим норма. Әле беҙҙә класс етәксеһе уртаса ике мең һум тирәһе ала. Урал коэффициентын иҫәпләп, быға 5700 һумды ҡушабыҙ. Һөҙөмтәлә 7700 һум сыға, уҡытыусылар өсөн был өҫтәмә бик һәйбәт, – ти Радий Фәрит улы.

Мөрәжәғәтнамәлә юғары уҡыу йорттарына ҡағылған үҙгәрештәр тураһында ла һүҙ булды. Вуздарға, айырыуса төбәк юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарын арттырыуға ҡағылды ул. “Квоталар буйынса эш башланғас, беҙгә бик иғтибарлы булыу кәрәк. Илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, беҙ бюджет урындары һаны буйынса ныҡ артта ҡалабыҙ һәм ошоноң арҡаһында ауырлыҡтар кисерәбеҙ”, – тине төбәк етәксеһе был турала.

Читайте нас: