-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар 2020, 11:15

Иң яҡшы 20 мәктәпкә – берәр миллион һум

Ил кимәлендә ғәмәлгә ашырылған милли проекттар субъекттарға төрлө өлкәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән төбәк проекттары, яңы гранттар булдырыуға ла этәргес көс бирҙе.#национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Ил кимәлендә ғәмәлгә ашырылған милли проекттар субъекттарға төрлө өлкәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән төбәк проекттары, яңы гранттар булдырыуға ла этәргес көс бирҙе. Был йәһәттән беҙҙең республикала ла матур башланғыстар тормошҡа ашырыла.
"Мәғариф" милли проекты бурыстарына ярашлы, белем биреүҙең сифатын күтәреү һәм үҫешкә йүнәлешле социаль мөхит булдырыу маҡсатында төбәк Башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендә Башҡортостан Башлығы гранттарын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, белем биреү өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар яулаған мәктәптәргә бер миллион һумлыҡ 20 грант булдырыла. Улар уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл дөйөм белем биреү мәктәбенә тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ Указ тарафынан конкурсҡа һайлап алыу шарттары ла раҫланған. Белем биреү усаҡтары күрһәткән мәғариф хеҙмәттәренең һөҙөмтәлелеген баһалау талаптары аныҡланған.
Гранттарҙы тапшырыу тәртибен билдәләү республика Хөкүмәтенә йөкмәтелгән.
Читайте нас: