-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ғинуар 2020, 16:00

Милли проекттан – яңы һынау

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан “Мәғариф” милли проектына ярашлы комплекслы саралар даими үткәрелә. 20 ғинуарҙа сираттағыһына – Л.С. Выготский исемендәге IV Бөтә Рәсәй конкурсына заявка ҡабул итеү тамамлана.#национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан “Мәғариф” милли проектына ярашлы комплекслы саралар даими үткәрелә. 20 ғинуарҙа сираттағыһына – Л.С. Выготский исемендәге IV Бөтә Рәсәй конкурсына заявка ҡабул итеү тамамлана.
Был сараның маҡсаты – мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә хеҙмәт күрһәткән ижади белгестәрҙе табыу һәм уларға үҫештә ярҙам итеү. Конкурста шулай уҡ “педагогик фәндәр”, “гуманитар фәндәр” йүнәлештәре буйынса белем алған студенттар ҙа ҡатнаша ала.
Педагогтарға үҙенең һөнәри практикаһы тураһында һөйләү һәм хеҙмәтен тасуирлаған ике минутлыҡ видео әҙерләү талап ителә. Студенттар иһә “Мин эшләргә теләгән балалар баҡсаһы” тигән темаға эссе яҙырға тейеш, шулай уҡ педагогик кейстарҙың береһен хәл итеү юлдарын күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
Еңеүселәрҙе нимәләр көтә?
1. Рыбаков Фондынан аҡсалата приздар һәм һөнәри үҫештең яңы мөмкинлектәре, иң яҡшы 266 ҡатнашыусы өсөн “Бала саҡ университеты”нан тәҡдимдәр.
2. 80 педагог һәм 20 студентты быйылғы Йәйге мәктәпкә саҡырыу (ғәҙәттәгесә, Мәскәүҙә үтә).
3. Бөтә Рәсәй Лидерҙар мәктәбе – унда 20 педагог үҙенең һөнәри оҫталығын арттыра, лидерлыҡ сифаттарын көсәйтә аласаҡ.
4. “ПРОдетей” хакатоны: 20 педагог бергәләп мәктәпкәсә белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә яуап эҙләйәсәк.
5. Конференцияларға, белем биреү турҙарына сәфәрҙәр.
6. Уникаль һанлы платформала эш сифатын бойондороҡһоҙ баһалау буйынса “Балалар баҡсаһы – балалар өсөн” дәресендә ҡатнашыу.
Заявкалар 20 ғинуарға тиклем https://konkurs.rybakovfond.ru/ һылтанмаһы буйынса ҡабул ителә.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
Фото: gorodok.bz
Читайте нас: