Рауил ауылы ҡыҙы Лилиә Солтанова район гәзите биттәрендә «үҫте» тиһәм, арттырыу булмаҫ. Кескәй генә сағынан теге йәки был конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙыҡай гелән генә ҡәләм особоҙҙа булды. Һуңғы осорҙа Лилиәнең исеме район матбуғатынан юғалып тороуының бер ниндәй ҙә сере юҡ — маҡсатлы ҡыҙ Өфө ҡалаһы студенты хәҙер. Яҡташыбыҙ юғары белем эстәгәндә лә һынатмай, уңыштар ҡаҙаныуын дауам итә.
Һүҙҙе Лилиәнең балалыҡ йылдарын байҡауҙан башлайыҡ. Ул «Һаумы, һаумы, Әкиәт!», «Урал батыр» конкурстарында йыл һайын ҡатнашып, призлы урындарһыҙ ҡайтманы. Шиғриәт бәйгеләрендә үҙенең ижад емештәре менән дә ҡыйыу сығыш яһай, бәйгеләрҙә еңә торғайны. 2014 йылда уның «Шаян сысҡандар» исемле тәүге шиғри китапсығы донъя күрҙе. Мәктәп йылдарында Л. Солтанованың шиғырҙар шәлкеме райондан һәләтле балалар ижадын туплаған «Минең беренсе китабым», «Ҡуңыр буға», «Йәйғор» әҙәби берекмәләре әҙерләгән «Эҙҙәр», «Умырзая», «Йәйғорсоҡтар», «Ҡуңыр буға» балҡышы» йыйынтыҡтарында нәшер ителде. «Тыуған яҡ биҙәктәре» йыйынтығына ингән шиғырҙары өсөн Лилиә Учалы районынан Флүзә Әхмәҙиеваның әҙәби премияһы лауреаты булды. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә шиғырҙарынан тыш, мәҡәләләре лә йыш баҫылды. 2-се класта уҡыған саҡта тәүге әкиәте баҫылған «Йәншишмә» балалар-үҫмерҙәр гәзите менән йылдар дауамында нығынған тығыҙ бәйләнеше ҡәләмен үткерләне, уны «Йәш хәбәрсе» исеменә тиклем үҫтерҙе, баҫманың Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһы лауреаты итте. «Аманат» журналының да «Йәш хәбәрсе» тигән маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Яҡшы өлгәше менән дә айырылып торҙо: район башлығы стипендиаты исемен йөрөттө.
— Лилиәнең гуманитар фәндәргә, бигерәк тә, тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә ҡыҙыҡһыныуы ғына тиһәм әҙ булыр, һөйөүе ҡандан күскән. Әсәһе Гүзәл Әхмәҙиева — районда билдәле шағирә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рауилдә 9-сы класты тамамлағансы ҡыҙ Гүзәл Ғиззәт ҡыҙының ҡулы аҫтында шөғөлләнә. Әсәһенән ғилем асҡысын ғына алмай, ул етәкләгән «Йәнтөйәк» түңәрәгенә йөрөп, әҙәби ижад серҙәренә лә өйрәнә. Тыуған ауылындағы мәктәп 9 йыллыҡҡа ҡалдырылғас, юғары кластарға Хәлил урта мәктәбенә уҡырға килә. Бында ла Лилиә X-XI кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәре буйынса район олимпиадаһы призеры булып, мәктәпкә еңеүҙәр килтерә. 11-се класта уҡығанда ул үҙен М. Кәримдең 100 йыллығына арналған йәштәр араһында художестволы әҙәбиәтте тәржемә итеүселәрҙең ижади бәйгеһендә һынай. Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты иғлан иткән конкурста 70-тән ашыу ҡатнашыусы араһында, етди әҙәби әҫәрҙәрҙе башҡортсанан руссаға тәржемә итеү буйынса, бер нисә турҙы уңышлы үтеп, финалға барып етә. Биш еңеүсе араһында I дәрәжәле дипломға лайыҡ була. Бәйге шарттарына ярашлы, еңеүселәргә бөйөк әҙәби шәхестәр ҡанат нығытҡан М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡырға урын бүленә. Тормошон тел һәм әҙәбиәт ғилеменә хеҙмәт итергә бағышлауҙан башҡаны күҙ алдына ла килтермәгән Лилиәгә уңыш үҙе йөҙө менән борола. Ләкин мәктәпте гел «бишле» билдәләренә тамамлаусы ҡыҙ, туған мөхитендә уҡыуҙы барыһынан да өҫтөн ҡуйып, БДУ-ны һайлай.
Бөгөн Лилиә башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының III курс студенты. Башҡорт-рус бүлегендә белем ала. Ошо көндәрҙә ул студент тормошондағы бишенсе сессияһын да гел «бишле» билдәләренә япты. Яҡшы өлгәшкән, тырыш ҡыҙ ағымдағы уҡыу йылында университеттың Марат Зәйнуллин исемендәге стипендияһына лайыҡ булған. Бигерәк тә әҙәбиәт дәрестәрен ярата. «Күңелемә башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәте берҙәй яҡын. Ижадты теленә, милләтенә бүлеп ҡарамайым», — ти ул.
Шиғри күңелле ҡыҙ университеттың «Шоңҡар» әҙәби берекмәһендә шөғөлләнә, илһамланып ижад итә, яҙыу оҫталығын төрлө бәйгеләрҙә һынай. Студент йылдары ижады «Шоңҡар хәтер яңырта» йыйынтығына ингән. 2018 йылда Яҙыусылар союзының РФ Президенты грантына тормошҡа ашырған «Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проектында еңеүсе дипломына лайыҡ булған. Проекттың һөҙөмтәһе булып, 30 өмөтлө йәш авторҙың шиғырҙарынан торған «Яңы офоҡтар» йыйынтығы донъя күргән. Улар араһында Лилиәнең дә ижад емештәре урын алған. Былтыр М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҙған «КоРифейҙар» VIII Халыҡ-ара йәштәр әҙәби фестивалендә ҡатнашып, «Башҡорт поэзияһы» номинацияһында III дәрәжәле дипломға лайыҡ булған.
Уҡыу, ижад менән генә сикләнмәй Лилиә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып, тәжрибә туплай, студент йылдарын иҫтәлекле ваҡиғалар менән байыта. «Әбйәлил йәштәре» ойошмаһы эшендә ихлас ҡатнаша, уҡыу йортоноң ирекмәндәр хәрәкәте ағзаһы.
— Бала саҡтан үҙемде уҡытыусы ролендә генә күрҙем. Быға әсәйемдең ошо һөнәр кешеһе булыуы ла йоғонто яһағандыр. Хәҙер ҙә уҡытыусы буласаҡмын тигән позициямда ныҡлы торам. Журналистика ла күңелемә яҡын. Каникулдан һуң, йәғни 10 февралдән Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында педагогик практика үтергә йыйынам. Ғүмеремдәге тәүге дәресемде бирәсәкмен. Килеп сыҡһа, киләһе практиканы берәй киң мәғлүмәт сараһында үтеп ҡарарға уйлайым, — ти Л. Солтанова.