“Киләсәк уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы быйыл тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ул РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан булдырылып, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ай ярым эсендә педагогик конкурста ҡатнашыуға 39,5 мең заявка бирелгән. Тест этабы 31 ғинуарға тиклем дауам итә.
“Рәсәй — мөмкинлектәр иле” платформаһында ойошторолған был бәйгеләр педагогик вуздарҙа белем алыусы йәштәр ҙә көс һынай ала.
Хәтерләүегеҙсә, “Сириус” үҙәгендәге осрашыуҙа Магнитогорск дәүләт техник университеты А. Маклаков ил Президенты В. Путинға ошо турала һорау биргәйне: “Рәсәйҙә педагогтар өсөн оҫталыҡ конкурстары бик күп. Ә вузда белем алыусылар өсөн улар икәү генә. Беҙ вузда уҡыу осоронда уҡ һөнәри оҫталығыбыҙҙы һынай алмайбыҙмы ни?” тигәйне ул.
Президент был инициативаны хупланы һәм быйылғы йылдан мөғәллимлеккә уҡыусы студенттар “Киләсәк уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнаша башлай.