Унда дөйөм һәм берҙәм дәүләт имтихандары мәсьәләләрен сисеү буйынса тәжрибә уртаҡлашылды, робототехника, 3D моделләштереү нигеҙҙәре һәм квадрокоптер темаһына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Семинар сиктәрендә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һанлы белем биреүгә һәм компьютер технологияларын өйрәнеүгә йәлеп итеүҙе маҡсат иткән 3D моделләштереү буйынса уҡыусылар араһында конкурс та уҙғарылды.