Башҡорт теле йылына арналған тәүге ҙур сараның береһе — район үҙәгендә тоталь диктант яҙыу. Туған теле буйынса үҙенең белемен һынап ҡарарға теләүселәр Таһир Кусимов исемендәге гимназияға йыйылды. Диктант яҙыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов һәм район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Вил Илһамов тәбрикләп, уңыштар теләне.
Гимназияла диктант яҙыусылар ике төркөмгә бүленде. Тәүгеһендә башҡорт телен яҡшы белеүселәр үҙенең грамоталылығын тикшерһә, икенсеһенсә рус телендә аралашыусылар башҡорт теле буйынса белемен һынаны. Уларға диктантты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Альбина Муллахмәтова менән Римма Баймырҙина уҡыны. Рус теллеләр өсөн текст еңелерәк һайланғайны, улар Мостай Кәримдең “Башҡортостан” әҫәренән өҙөктө яҙҙы. Башҡортса яҡшы белеүселәр төркөмөнә “Днепрҙы аша сығыу” (авторы Рамаҙан Өмөтбаев) тексы булды.
Диктантты тикшереүсе уҡытыусылар орфографик хаталар юҡ, пунктуацияла яңылышыусылар булды тип билдәләне. Ғөмүмән, бөтәһе лә диктантты “5” һәм “4” билдәләренә яҙған, тимәк башҡорт телен яҡшы беләләр тип әйтергә нигеҙ бар.