+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2020, 11:46

Грант сертификаттары тапшырылды

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Указы менән ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар иғлан ителеп, еңеүселәр конкурс нигеҙендә билдәләнде.

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Указы менән ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар иғлан ителеп, еңеүселәр конкурс нигеҙендә билдәләнде. Республиканың иң яҡшы 100 педагогы араһында Әбйәлилдән дүрт уҡытыусының булыуы — ҙур мәртәбә! Йыл йомғаҡтары буйынса Әбйәлилдең оло тантанаһында улар ҙа хөрмәтләнде, район башлығы И. Т. Нафиҡов йәш уҡытыусыларға грант сертификаттары тапшырҙы.

Көнүҙәклеге һәм яңылығы буйынса иң яҡшы тип табылған авторлыҡ мәғариф проекттары, йәш быуынға белем биреүҙәге ҡаҙаныштары, уҡыусыларының предмет олимпиадаларында, төбәк һәм федераль кимәлдәге конкурстарҙа юғары күрһәткестәре өсөн грантҡа лайыҡ булыусы йәш мөғәллимдәргә — Ҡаҙмаш урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зариф Вәкил улы Атауллинға, Красная Башкириянан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анна Ғәйнетдин ҡыҙы Нурисламоваға, Ҡырҙастан технология һәм география уҡытыусыһы Айнур Морат улы Сафиуллинға, Таштимерҙән башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурзилә Рәшит ҡыҙы Хәйбуллинаға район мәғарифы киләсәктә ҙур өмөттәр бағлай.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Т. ЙОМАҒУЖИНА фотоһы.
Читайте нас: