+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2020, 10:45

Сифатһыҙ белем биргән вуздарҙы ябырға кәрәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙә юғары белем биреүҙе нығытыу өсөн өҫтәмә ҡарарҙар кәрәклеген билдәләне.

Ил етәксеһе әйтеүенсә, Мәскәү һәм Санкт-Петербургта иң күп белем биреү ресурсы тупланған — был ҡалаларҙа 200-ҙән ашыу институт, университет һәм академия бар. Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттары ла баш ҡала вуздары менән дәғүәләшә алмай, шуға үҙенең тыуған өлкәһендә, республикаһында уҡырға теләүсе студенттар һаны кәмей.
“Шул уҡ мәлдә беҙ баш ҡалалағы был абруйлы вуздарҙы ябып та ҡуя алмайбыҙ, әммә төбәктәрҙә конкуренцияға һәләтле уҡыу йорттарын үҫтереү мөһим”, — тине В. Путин.
— 2021 йылда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артасаҡ — уларҙы барыһын да төбәк вуздарына бирәсәкбеҙ, сөнки урындарҙа йәш, заманса фекерләүсе, перспективалы белгестәр етешмәй, — тине ул. — Ә сифатһыҙ белем биргән, бер көнлөк “вуз”дарҙы ябырға кәрәк.
Читайте нас: