Бындай бер тапҡыр бирелә торған түләмдәр, 2020 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән. Аҡса йыл һайын 1 декабргә тиклем күсерелә. Дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай, улар бер нисә талапҡа тап килергә тейештәр. Уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, махсус белеме булырға, вакант булған вазифаға яраҡлы, уҡыу йөкләмәһе аҙнаһына 18 сәғәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Ауылда мотлаҡ биш йыл эшләргә кәрәк. Күсеп барырға ниәтләгән урындан 50 саҡрымдан кәмерәк алыҫлыҡта эшләгәндәр йәки йәшәгәндәр конкурста ҡатнаша алмай. Күсергә ниәтләгән урын әлеге ваҡытта йәшәгән йәки эшләгән муниципалитетҡа тап килмәүе шарт. Уҡытыусыларҙан ғаризалар йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.