Ошо көндәрҙә Өфөләге Республика инженерлыҡ лицей-интернатында асыҡ “Һандар дәресе” үтте. Ул шәхси ярҙамсыларға арналды.
Бындай дәрестәр Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Проекттың бурысы – уҡыусылар араһында һанлы компетенцияларҙы үҫтереү һәм һөнәри йүнәлеш биреү. Дәрестәр балаларға технологияларға һәм программалауға бәйле һөнәрҙәр донъяһында дөрөҫ юлды табырға ярҙам итә.
Инженерлыҡ лицей-интернатында ойошторолған дәрестә уҡыусылар Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға, дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикинға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Мәғариф ведомствоһы башлығы әйтеүенсә, мәктәпте яңы техника менән тәьмин итеү генә етмәй, уны ихтыяж булған өр-яңы IT-проекттар төҙөү өсөн файҙаланырға ла кәрәк.
Дәүләт власы органдарында “Яндекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең белем биреү башланғыстарын танытыу директоры Дмитрий Растворов уҡыусыларҙы шәхси ярҙамсыларҙың мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Балалар ярҙамсыларҙың халыҡтан килгән һорауҙарҙы нисек эшкәртеүе һәм был йәһәттән уларға ниндәй технологияларҙың ярҙам итеүе тураһында мәғлүмәт алды.
Былтырғы уҡыу йылында “Һандар дәресе”ндә илдәге барлыҡ уҡыусыларҙың яртыһынан күберәге тиерлек ҡатнашҡан. Бер йыл эсендә проекттың сайтындағы дәрестәрҙе балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар 14 миллион тапҡырҙан ашыу ҡараған. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы ғәмәлгә индерелгән “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: education.bashkortostan.ru