-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Февраль 2020, 11:00

Ауылға эшкә ҡайтҡан өсөн

Быйыл 55 уҡытыусы 1 миллион һум күләмендә аҡсалата ярҙам аласаҡ. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты

Быйыл 55 уҡытыусы 1 миллион һум күләмендә аҡсалата ярҙам аласаҡ. Ауылға эшкә ҡайтҡан өсөн.
Программаның шарты шулай – педагогик хеҙмәткәрҙең халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡала тибындағы ҡасабаға йәки ауылға эшкә ҡайтыуы зарур.
2020 йылда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының һайлап алыу өлөшөндә ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү 15 апрелгә тиклем дауам итә, тип хәбәр итә төбәктең Мәғариф министрлығы.
Уҙған йылдың февралендә Рәсәй Президенты В. В. Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарға эшкә ҡайтыусы педагогтар өсөн «Ауыл табибы» программаһына оҡшаған «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын булдырырға тәҡдим иткәйне.
Субсидиялар алдағы өс йыл дауамында 2020–2022 йылдарҙа биреләсәк. Түләм йыл һайын декабргә тиклем башҡарыласаҡ. Әлеге түләмде алыу өсөн уҡытыусылар конкурс комиссияһын үтергә тейеш.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы Владимир Путин тарафынан 2018 йылдан ғәмәлгә индерелгән «Мәғариф» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: