-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Февраль 2020, 11:57

Еңеүҙең йәшел төҫө

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында хәрби техника күргәҙмә-конкурсы уҙҙы.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында хәрби техника күргәҙмә-конкурсы уҙҙы.

Былтыр Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр араһында иғлан ителгән «Ҡурсаҡҡа иң яҡшы милли кейем» конкурсының ағымдағы йылдың төп ваҡиғаһына бәйләнгән дауамы булды ул һәм йәнә бер тапҡыр оҫталыҡтың сиктәре юҡ тигән хәҡиҡәткә инандырҙы, һоҡландырҙы, хайран итте, ғорурландырҙы. Ҡаһарман олатайҙарыбыҙ бына ниндәй хәрби техникалар менән илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат иткән! Сикһеҙ ғорурлыҡ хисе күргәҙмәне үҙ күҙҙәре менән күргән балаларҙа ғына түгел, өлкәндәр, хатта жюриҙар күңелендә лә тантана итте. Хәйер, кескәйҙәр, бигерәк тә малайҙар, өйҙә, күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ эш башҡарылған саҡта уҡ, ҡыҙыҡһынып, атайҙарын меңәрләгән һорау менән йөҙәткәндер, һуғыш техникаһы, ҡарт олатайҙары тураһында әллә күпме мәғлүмәт, илһөйәрлек һабағы алғандыр. Конкурс тәүмаҡсат итеп ана шул үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙе ҡуйҙы һәм уға тулыһынса өлгәште.

Конкурс өс этапта — иң тәүҙә балалар баҡсаһында, унан төбәк-методик берекмәләр эсендә һәм район кимәлендә үтте. Ике һынауҙы үткән иң уңышлы, үҙенсәлекле 331 ижади эш Асҡарҙағы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында уҙған район күргәҙмә-конкурсына ҡуйылды. Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүсе хужалар сараға бағышлап «Еңеү техникаһы» темаһына видеопрезентация тәҡдим итте. Баҡсала тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр көслө тауыш менән рухлы итеп «Шайморатов генерал», «Наша Родина сильна», «Ерҙән һалдат атлай», «Катюша» йырҙарын башҡарҙы.

Былтырғы конкурс ҡурсаҡҡа кейем тегеү, бәйләү, милли биҙәүестәр әҙерләү эштәре менән башлыса әсәйҙәр иңенә ятһа, быйылғыһы атайҙарҙы ла йәлеп итте. Ғаиләгә бирелгән өйгә эштән уңған әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалмауы күренеп тора. Күргәҙмәлә ипле, тилбер ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән башҡарылған эштәр байтаҡ: ырғаҡ менән бәйләнгән танкылар, фоамарин, фетр, гофра ҡағыҙы, туҡыма эштәр, әлбиттә, әсәйҙәрҙеке. Оригами ысулы менән эшләнгән бик ваҡ, нәзәкәтле эш тә түҙемле гүзәл зат хеҙмәте тураһында һөйләй. Ә атайҙар фантазияһы һәм оҫталығы тураһында һөйләй китһәң... Тәүәккәллек, көс-ҡеүәт, техникаға ҡыҙыҡһыныу һәм яратыу бөркөлә уларҙан. Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигән халҡыбыҙ. «Тимер ат»тарҙың ниндәйен генә эшләмәгән ғәййәр атайҙар: дошманға һауанан һөжүм иткән истребителдәр, яу яланынан алға барған танкылар, «катюша»лар һәм башҡа хәрби машиналар, пушкалар, санитар автомобилдәр, дингеҙ флоты ҡеүәте — авианосецтар, крейсерҙар, караптар, һыу аҫты кәмәләре. Хәрби техниканың күргәҙмәгә ҡуйылған бәләкәй генә күсермәһе — макетының һәр детале урын-еренә еткерелеп башҡарылыуы бигерәк тә һоҡланыуға һәм маҡтауҙарға лайыҡ. Бер эш тә «бара ул» тигән ҡараш менән илке-һалҡы башҡарылмаған. Ҡул аҫтындағы бөтә төҙөлөш материалдары ла, хатта көнкүреш ҡалдыҡтары ла эшкә киткән: ағас, фанера, пенопласт, тимер, пластик, торба, ҡатырға, шырпы һәм башҡалар. Ниндәй генә эшләү техникаларына мөрәжәғәт ителмәгән: иретеп йәбештереү, бысыу, ҡағыу, елем менән йәбештереү, юныу, ҡағыҙҙан еп ишеү, фанераны көйҙөрөп һүрәт төшөрөү һәм башҡалар. Машиналарҙың батарея ярҙамында хәрәкәткә килеүе, самолет уттарының емелдәп яныуы, вертолет пропеллерының зыр әйләнеүе оҫта ҡуллы ир-аттарҙың электрика һәм электроника менән дә дуҫ булыуҙарын иҫбатланы. Ҡайһы бер эштәр композиция итеп башҡарылыуы менән бай йөкмәткеле булды, еңеү һалдаттарын һынландырыу ҙа онотолоп ҡалманы. Зауыҡлы, мауыҡтырғыс күргәҙмәне дөйөм бер сифат берләштерҙе — ул йәшел төҫ. Еңеү төҫө — илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренең төҫө.

Жюриға еңеүселәрҙе асыҡлауы еңел булманы. Шулай ҙа эштең ҡатмарлылығы, башҡарыу оҫталығы буйынса һәр КМО-нан берәр еңеүсе билдәләнде. Бына улар алтын ҡуллы ата-әсәләр — Марат Нәбиуллин («Ҡайынҡай», Асҡар), Регентовтар һәм Колесниковтар ғаиләһе («Ҡояшҡай», Йәнгел), Лилиана Мансурова («Айгөл», Һамар), Эдуард Таһиров (мәктәпкәсә төркөм, Ҡырҙас мәктәбе), Ильвир Байбулатов («Ҡояшҡай», Әбйәлил), тәрбиәселәр — Альбина Мәхмүтова («Рябинушка», Яҡтыгүл), Лариса Шульга («Чебурашка», Сиҙәм).

— Тырышлыҡтары өсөн ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт. Был күргәҙмәне район кимәленә сығарыу ҙа яҙыҡ түгел. Хәрби техника ла, ҡурсаҡтар кеүек, балалар баҡсаларында дәрестәрҙә күрһәтмә материал итеп файҙаланыласаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған бәйгеләр дауам итә әле. «Олатайымдың эҙе буйлап» тип аталған шәжәрәләр төҙөү буйынса проект эштәренә конкурс иғлан иттек, — ти методист З. Ғ. Әғләева.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: