+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Февраль 2020, 12:30

Минең остазым

Бар тормошон бәләкәстәр тәрбиәләү эшенә бәйләгән Асҡарҙағы «Миләш» балалар баҡсаһы мөдире Әлфирә Низамова мәктәпкәсә тәрбиә биреү өлкәһендә 30 йыл эшләй.

«Һөнәр кешене түгел, ә кеше һөнәрҙе һайлай», — тигән Сократ. Бөтә кеше лә тәрбиәсе була алмай. Ул күңелдә яралған һәләт, ауыр һәм яуаплы хеҙмәт. Бар тормошон бәләкәстәр тәрбиәләү эшенә бәйләгән Асҡарҙағы «Миләш» балалар баҡсаһы мөдире Әлфирә Низамова ла мәктәпкәсә тәрбиә биреү өлкәһендә 30 йыл эшләү дәүерендә фиҙаҡәр хеҙмәте менән һайлаған һөнәренең оҫтаһы булып танылды, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булды.

Бөгөнгө мәғариф педагогик хеҙмәткәрҙәрҙән заман технологияларын белеүҙе, заман менән бергә атлауҙы, йәғни даими рәүештә һөнәри юҫыҡта үҫешеүҙе талап итә. Шул уҡ ваҡытта ул бала күңелен аңлаусы, уларҙы яратып мөғәмәлә итеүсе лә булырға тейеш. Бигерәк тә етәксе кешегә талаптар ҙур: ул төрлө өлкәләрҙә белемле, ижади ҡарашлы булырға, коллектив менән оҫта идара итергә бурыслы.

Әлфирә Илдус ҡыҙы менән күп йылдар бергә эшләйбеҙ. Балалар йортонда, «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында уның етәкселегендә эшләргә тура килде. Ә инде 2014 йылдан яңы асылған «Миләш» балалар баҡсаһындабыҙ. Һис шикһеҙ, Әлфирә Илдус ҡыҙын остазым тип әйтә алам. Йомшаҡ һүҙле, һәр ваҡыт балаларҙың, ата-әсәләрҙең уй-теләктәрен тәрәндән аңлаған педагог ул. Өлкән тәрбиәсе, «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында, балалар йортонда мөдир, мәғариф бүлегендә методист, ә хәҙер инде етәкселек эшен «Миләш» балалар баҡсаһында дауам итә. Әлбиттә, етәксе кешелә белем, тәжрибә генә түгел, ә кешелеклек сифаттары ла ҙур роль уйнай. Мөдиребеҙ үҙенең ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәттәштәре өсөн йүнәлеш биреүсе, ҙур ярҙамсы, яҡлаусы, башҡарған эшебеҙҙе хуплап, дәртләндереп тороусы. Ҡәтғи, әммә ғәҙел етәксе. Вазифауи бурысына бик күп көсөн, энергияһын һала. Коллективты бер йоҙроҡҡа туплау, эште ойоштороу, көндәлек мәсьәләләр... Етәксебеҙ булдыҡлы булғанға ла «Миләш» балалар баҡсаһы эшенең һөҙөмтәһе бар. Иң матур, ҙур, зауыҡлы, бөхтә баҡсаға балалар яратып йөрөй.

Яңы тәрбиә алымдары менән бер рәттән «Миләш»тә милли рухыбыҙ һакланып килә. Баҡсабыҙ сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен халыҡ йолалар аша формалаштырыу буйынса республика мәғарифты үҫтереү институтының инновацион тәжрибә майҙансыҡтарының береһе булараҡ та уңышлы эшләй. Башҡорт халҡының көнкүрешен, тарихын сағылдырған күргәҙмәләр, дәрестәр ойошторола, балалар туған телдә йыр һәм шиғырҙар өйрәнә, бейей.

Әлфирә Илдус ҡыҙы яҡшы мөдир генә түгел, бик хәстәрлекле әсәй, өләсәй ҙә. Уның гелән алдынғы ҡарашлы, позитив булыуы һоҡландыра. Тәрбиәсе исемен лайыҡлы йөрөтөүемдә, эшемде яратып башҡарыуымда Әлфирә Илдус ҡыҙының шәхси миҫалы һәм беҙҙең менән бүлешкән бай тәжрибәһенең йоғонтоһо ҙур, әлбиттә.

Диләрә ЗӘЙНИШЕВА,

тәрбиәсе.


Читайте нас: