Был вузда ауыр тормош хәлендә ҡалған сығарылыш уҡыусыларына ярҙам итеү буйынса махсус программа булдырылған.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған программа уҡыуға инеү өсөн төп өс шартты билдәләй — мәктәпте 2020 йылда тамамлау, вуз ҡуйған иң түбән балды йыйыу, Рәсәйҙең ҡалаһында йәки ауылында йәшәү (был исемлеккә миллионлы ҡалалар инмәй).
Ташлама менән файҙаланыусы ете категория граждандары был мөмкинлекте ҡуллана ала, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫеүсе балалар, инвалидтар, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар. Ташлама бакалавриат һәм специалитет өсөн генә ғәмәлдә. Ғаризалар ҡабул итеү 31 мартҡа хәтлем дауам итәсәк.