БР Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы ҡарамағында инновацион эшмәкәрлек алып барған «Миләш» балалар баҡсаһында тәрбиәүи процесс милли рухта, халыҡ традицияларына таянып ойошторолған. Тәжрибә майҙансығы булараҡ башланған эш өс йыл эсендә баҡсаның булмышына һеңгән. Быға «Миләш»кә барған һайын инанып, кескәйҙәрҙең туған телдә һөйләшеүҙәренә, дәрестәрҙең башҡортса алып барылыуына һоҡланып, милләтебеҙ йәшәйәсәк тигән өмөтөм артып ҡайтам.
Сираттағы сара – райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн семинарҙың да асылы балаларҙы милли рухта тәрбиәләү мәсьәләһенә ҡайтып ҡалды. Семинарҙың беренсе өлөшөндә тәрбиәсе Сулпан Әсәҙуллина «Башҡорт балы» темаһына асыҡ дәрес күрһәтте. Заманса дәүләт белем биреү стандарттары буйынса ҡоролған дәрес кескәйҙәргә танып-белеү буйынса бик күп һабаҡ бирҙе. Тәрбиәсе видеопрезентация ярҙамында умарталыҡҡа алып килде, бал ҡорттары ғаиләһе менән таныштырҙы. Ә инде умартасыларҙың кейемен, бал тулы ысын кәрәҙҙе балалар үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Батмандағы хуш еҫле балды тәмләп, еҫкәп кенә ҡалманылар, тәжрибә лә үткәрҙеләр. Татлы ризыҡ һыуҙа эреп юҡ булһа ла, тәмен һыуға биреүен аңланылар. Гөж килеп бал ҡорттары булып уйнап та алдылар. Мауыҡтырғыс дәрес балалар күңелендә һис шикһеҙ уйылып ҡаласаҡ. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө тураһындағы мәғлүмәтте, балсылыҡҡа бәйле терминдарҙы аңдарына башҡортса һеңдереүҙәре иһә икеләтә хуплауға лайыҡ.
Семинарҙың икенсе өлөшө ҡунаҡҡа килеүсе тәрбиәселәрҙе йәлеп итте. «Башҡорт туйы» темаһына квест уйын уларҙың туй йолалары буйынса белемдәрен һынаны, мәғлүмәти кимәлдәрен байтаҡҡа байытты. Семинарҙа ҡатнашыусылар командаларға бүленеп, бирелгән маршрут схемаһы буйлап уйын шарттарын үтәне. Алда көткән алты станциялағы ҡыҙыҡлы һынауҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һандыҡ һатыу, килен һөйөү, һыу юлы күрһәтеү, йыуаса тип нарыҡланған станцияларҙа ошо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сәхнәләштереү, йола атҡарыу күренештәре ысын туйҙағыса йәнле барҙы. Ҡоҙағыйҙың йыуасалы тоғон йөкмәп килештереп бейеүе, килендең күнәктәрҙәге мөлдөрәмә тулы һыуҙы сайпылдырмай ғына көйәнтәләп залдың бер осонан икенсеһенә уҙыуы, ҡәйнә, ҡайынбикәләрҙең изге теләктәр менән килен һөйөүе, уйын-көлкө, йыр-бейеү, таҡмаҡ әйтешеү үҙе бер туйға торошло күңелле тамаша булды. Быларҙың барыһын да квест уйында ҡатнашыусылар, хәтер төбөндә эҙләнеп, иҫкә төшөрөргә бурыслы ине. Әлбиттә, ойоштороусылар бер аҙ йүнәлеш биреп, ярҙам итешеп торҙо.
–Туйҙың икенсе көнөндә, ғәҙәттә, егет яғы алып килгән күстәнәс – йыуаса менән һыйлау йолаһы атҡарыла. Йыуасанан ауыҙ иткән һәр ҡунаҡ һыйлаусыға тәңкә бирә. Йыуаса батмусы бушағас, ҡәйнә уның өҫтөндә бейей. Уның аяғы аҫтына тәңкә ташлайҙар. Батмустан сыҡҡан туҡылдау, ҡағыу тауыштары яуыз көстәрҙе өркөтөү менән бер рәттән ҡот, тыуым-үрсем теләүҙе лә аңлата, – тип һәр йоланың үҙенсәлектәре тураһында аңлатма бирҙе ойоштороусылар. Килен һандығын егет яғынан иң яҡын апайы бүләк әйтеп аса икән. Ошо уҡ көндә килен бирнәһен ҡарау үткәрелә. Был ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ысынбарлыҡта уйын формаһында атҡарыусыларға килен һандығындағы биҙәүестәренең атамаларын белеү ҙә зарур ине. Был шартты уңышлы үтеүселәр килен күренеше менән бүләкләнде.
Еңгәй бүләге тигән станцияла ҡәйнештәргә янсыҡ әҙерләнде. Уны уңған еңгәйҙәр аппликация ысулы менән төҫлө ҡағыҙҙарҙан эшләне. Милли нағыштар менән биҙәп, остарына суҡтар йәбештергәс, янсыҡтар бигерәк күркәм килеп сыҡты.
Викторина станцияһының исеме үк тапҡырлыҡта ярышыу тураһында иҫкәртеп тора ине. Бында ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар башҡорттарҙың никахҡа ҡарата етди мөнәсәбәтен дәлилләүсе халыҡ мәҡәлдәрен, ниндәй фольклор әҫәрҙәрендә туй йолалары сағылыш табыуын әйтте, ҡағыҙҙарға яҙылған туй йолаларын дөрөҫ тәртиптә урынлаштырҙы, экранда күрһәтелгән йолаларҙың исемен атаны.
«Миләш»тәге йола байрамын сыбыртҡы ашы тамамланы. Ысын туйҙағыса мул һыйлы табын әҙерләнгәйне. «Туй йолалары» квест уйынында ҡатнашыусылар таҫмалап үрелгән сыбыртҡыға аҡса урынына теләктәр яҙып бәйләне. «Милли рухта тәрбиә биреүҙе артабан да дауам итегеҙ, афарин!» – тип яҙҙым мин дә.