Бөгөн Өфөлә «Ҡанатлан!» II мәктәп мәғарифы форумы уҙа
Теүәл бер йыл элек, февраль айында үткән I мәктәп мәғарифы форумында Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров мәғариф системаһында көтөлгән етди үҙгәрештәр тураһындағы сығышында «Ҡанатлан!» белем биреү проекты менән дә таныштырып, уны төбәктә тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдим индерҙе. «Беҙҙең балалар мәктәпте тамамлағанда оло тормошҡа бер ни тиклем әҙерлек менән сығырға тейеш. Шуға ла сығарылыш класс уҡыусыларына айырым компетенциялар буйынса һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирергә кәрәк. «Ҡанатлан!» проектының төп асылы шунан ғибәрәт», – тигәйне ул. Форумда әйтелгән һүҙҙәр береһе лә елгә османы – яҙғы каникулдан һуң республиканың барлыҡ белем усаҡтарында ла башланғыс кластар, 1 сентябрҙән бөтә кластар ҙа биш көнлөк уҡыу системаһына күсте, яңы уҡыу йылы башланыуға төбәктә тәүге полилингваль мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итте, ә 71 мәктәп «Ҡанатлан!» проектының пилот программаһында ҡатнашыуға ҡушылды. Шулар араһында 1-се Асҡар урта мәктәбе лә бар.
Проекта 10-сы кластан 25 уҡыусы ҡатнаша. Улар дөйөм уҡыу программаһы буйынса дәрестәрҙән тыш, дүрт модуль буйынса өҫтәмә шөғөлләнә. «Иркен аралаш» модуле инглизсә һөйләшеү телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар менән тәжрибәле педагог А. К. Ғайсина эшләй. «Интерактив башҡорт теле» модулен туған тел нескәлектәрен тәрәнерәк өйрәнергә теләгән уҡыусылар һайлаған. Телһөйәрҙәр менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л. С. Абдрахманова шөғөлләнә. Проекттың ҡанат ҡуйырлыҡ тәүге һөҙөмтәләре бар – Динә Абдрахманова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призер булған, Элис Абдуллина — инглиз теле буйынса район олимпиадаһы призеры. «Тырышлыҡ һәм маҡсат булғанда ҙур уңыштар ҡаҙанырға була», — ти проектың координаторы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Л. М. Шәрәфетдинова.
«Спорт менән дуҫлаш» модуле проектта ҡатнашыусылар күңеленә бигерәк тә яҡын. Д. Ғ. Вәлиев етәкселегендә таэквондо серҙәренә төшөнәләр. Уҡыусылар араһында спорттың был төрө буйынса күптән шөғөлләнеп, республика, Рәсәй кимәлдәрендә еңеүҙәр яулаусылар ҙа бар. Идалия Шәрәфетдинова менән Динар Әмиров исемдәре гәзит уҡыусыларға таныштыр, моғайын. Ә бына шахмат ҡайһы бер унынсылар өсөн ошоға тиклем бөтөнләй өйрәнелмәгән ят спорт уйыны булған. «Шахмат уйнарға өйрән» модулен был тәңгәлдә ярайһы ғына тәжрибәгә эйә уҡытыусы М. И. Мөхәмәтдинова етәкләй.
«Ҡанатлан!» мәғариф проектының балаларҙың сәләмәтлеген хәстәрләгән «Сәләмәт йылмайыу» модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә (уҡыусылар һаны 800-ҙән ашыу булған белем усаҡтарына ҡағыла) ағымдағы уҡыу йылында 1-се мәктәптә өр-яңы аппаратура менән йыһазландырылған стоматология кабинеты булдырылып, ул ошо арала үҙ эшен башлаясаҡ.
Тәүге ҡоймаҡ, билдәле әйтемдәгесә, төйөрлө түгел. Ойоштороу мәсьәләләрендә әҙерәк ҡытыршылыҡтар булһа ла, былар яйға һалына торғандарҙан. Иң мөһиме: проекттың уҡыусылар өсөн файҙаһы булһын. Мәктәп тупһаһынан айырылған йәштәр киләсәккә юл ярғанда иңдәрендә ныҡлы ҡанаттар тойһон. Киләһе уҡыу йылынан проекттың «Руль артына ултыр» һәм «Бейе!» модулдәрен дә индереү күҙаллана.
Ғөмүмән, проект йылдан-йыл камиллаштырыла барып, ҡалған модулдәр ҙә ғәмәлгә индереләсәк һәм республиканың башҡа мәктәптәре лә уға ҡушыласаҡ.