Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белем усаҡтары өсөн уҡытыусылар әҙерләү кеүек мөһим бурысты теүәл башҡара. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, был юғары уҡыу йортонда ла алға китеш ныҡ күҙәтелә.
– “Киләсәк уҡытыусыһы” тигән тема бөгөн айырыуса көнүҙәк, – тип һөйләй Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, социаль фәндәр кандидаты Салауат Сәғитов. – Тормош үҙгәрә, шулай уҡ уҡытыусыға ла өр-яңы талаптар ҡуйылған, уҡыусы ла бүтәнсә фекер йөрөтә. Нәҡ ошо үҙгәрештәргә һәм яңылыҡҡа әҙер булыу – киләсәк уҡытыусыһына кәрәкле сифаттар. Мөғәллим, ғөмүмән, дәрес биреүҙән тыш, шәхсән үҙе лә белемен камиллаштырып торорға тейеш.
Ысынлап та, уҡытыусыға мультибелгес булыу зарур. Уға компьютер менән иркен идара итә белеү, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын табырға өйрәнеү шарт, улай ғына ла түгел, ғилми проекттар өҫтөндә лә эшләй белеү бурысы ҡуйыла.
Салауат Сәғит улы белдереүенсә, уҡытыусылар академик эштәр, һанлы технологиялар менән дә шөғөлләнергә тейеш.