+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2020, 17:53

Ата-әсәләр ҙә имтихан бирҙе

«Ата-әсәләр өсөн БДИ тапшырыу өсөн берҙәм көн» акцияһы сиктәрендә 1-се Асҡар урта мәктәбендә ата-әсәләр тарихтан имтихан бирҙе.

«Ата-әсәләр өсөн БДИ тапшырыу өсөн берҙәм көн» акцияһы сиктәрендә 1-се Асҡар урта мәктәбендә ата-әсәләр тарихтан имтихан бирҙе.
Сара сығарылыш уҡыусыларын, ата-әсәләрҙе БДИ процедураһы менән яҡындан таныштырыу һәм аңлатыу маҡсатында уҙғарылды. Имтиханға әҙерләнгәндә, уҡыусыларҙың белеменән тыш психологик әҙерлек һәм баланың үҙ-үҙенә ышаныуы мөһим. Тап ошо ваҡытта яҡын кешеләрҙең йылы һүҙе, ярҙамы кәрәк. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса муниципаль координатор Ә. Р. Фәттәхова белдереүенсә, ата-әсәләр балалары үткәргән тулҡынланыуҙы, эмоцияларҙы үҙҙәре аша үткәреп аңлаһалар яҡшыраҡ. Имтихан биреп ҡарау ата-әсәгә баланың хәлен аңлап, ҡурҡытмай, киреһенсә, психологик яҡтан ыңғай ярҙам итеүгә этәргес бирә.
Имтиханға килгәндәр телефондарын, шәхси әйберҙәрен тапшырып, шәхесен раҫлаусы документын күрһәтеп, металл эҙләгестәр аша тикшерелеп исемлек буйынса билдәле аудиторияла, тәғәйен парта артында урын биләй. Уларға һәр бер аудитория ла видеояҙма, күҙәтеү камералары эшләүе хаҡында иҫкәрттеләр. Был камералар имтихан мәлендә Рәсәйҙең төрлө төбәгенән имтихан биреүселәрҙе онлайн күҙәтергә мөмкинлек бирә. Телефон бәйләнешен өҙөүсе блокираторҙар урынлаштырылыуы асыҡ һәм ғәҙел имтихандар үткәреүгә булышлыҡ итә.
Нәҡ ысын имтихандағыса ата-әсәләрҙең күҙ алдында компьютер һәм принтер аша бланкылар сығарылып пароль ярҙамында активлаштырылды, штабтан тест заданиелары яҙылған диск килтерелде, улар ҡағыҙға сығарылып, таратып бирелде. Ойоштороусылар ярҙамы менән теркәлеү, яуаптар яҙыу бланкылары тултырылғас ҡына, имтиханға бүленгән ваҡыт иҫәбе башланды һәм һәр кем эшкә тотондо.
Был көндә 30 ата-әсә белемен һынап ҡараны. «Тарих фәненән белемем бер аҙ онотолған, әҙерләнеп килһәң еңелерәктер ҙә. Ләкин имтихан алдынан психологик әҙерлек мөһим икәнен аңланым», – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Рәзилә Абдуллина.

Люциә Оморҙаҡова.

Читайте нас: