-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2020, 11:05

Ауыл уҡытыусыларына ҡағылышлы ҡарар

РФ Президенты Владимир Путин ауыл ерендә эшләүсе педагогтарға социаль ярҙам күрһәтеү тәртибе тураһында закон ҡабул итте.

Быға тиклем ауыл уҡытыусыларына торлаҡ, йылытыу, электр уты өсөн түләмдәрҙе компенсациялау күләме һәм тәртибен ил хөкүмәте билдәләй ине.
Президент ҡул ҡуйған яңы документҡа ярашлы, был вәкәләттәр хәҙер төбәк етәкселегенә тапшырыла.
2019 йыл мониторингы буйынса илдә педагогтарҙың уртаса эш хаҡы 41116 һум тәшкил итте. Муниципаль берәмектәрҙә ул 35 мең һум тирәһе.
Фото: Вести Башкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: